A A A A A A
  • Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.08.2011
    Башҡортостанда төбәктең 2020 йылға тиклемге иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индереләсәк. Был мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр 29 июлдә республика Президенты Рөстәм Хәмитов үткәргән кәңәшмәлә индерелде.
    30.07.2011
    Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән Ураҙа байрамын билдәләгән көн, 2011 йылдың 30 авгусы, ял һәм байрам көнө тип иғлан ителде.
    29.07.2011
    29 июлдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ҡырмыҫҡалы районында барған иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын урып йыйыу буйынса республика семинар-кәңәшмәһендә сығыш яһаны.
    28.07.2011
    Башҡортостандағы бәләкәй һәм уртаса ҙурлыҡтағы ҡалаларҙың йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү Президент программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципалитеттар республика бюджетынан 300 миллион һум күләмендә адреслы ярҙам аласаҡ.
    27.07.2011
    Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә ихаталарҙы һәм йорт янындағы территорияларҙы төҙөкләндереү буйынса республика маҡсатлы программаһын әҙерләргә ҡушты.
    26.07.2011
    Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов Рөстәм Вилдановты Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
    22.07.2011
    Көньяҡ Корея журналистары көн элгәре Башҡортостанға килде. Өс көнлөк пресс-тур сиктәрендә улар бер нисә сәнәғәт предприятиеларына барасаҡ һәм иҫтәлекле урындарҙы күрәсәк.
    20.07.2011
    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һыу һәм газ ҡулланыуҙы иҫәпкә алыу приборҙарын урынлаштырған саҡта граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата компенсация биреү өсөн 30 миллион һум бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
    19.07.2011
    Мәскәүҙә Рәсәй элемтә һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев етәкселегендә юғары технологиялар өлкәһендә технопарктар булдырыу федераль программаһын үҫтереү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үтте.
    15.07.2011
    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Балаҡатай районында граждандарҙың шәхси мәсьәләләре буйынса күсмә ҡабул итеү үткәрҙе.
    14.07.2011
    Башҡортостанда пассажирҙар ташыусы транспорттың техник торошон пландан тыш тикшереү буйынса эштәр дауам итә. Тикшереүселәр пассажирҙар ташыусы транспорттың бөтә төрөн, шул иҫәптән муниципаль транспортты ла күҙ уңынан ысҡындырмай.
    13.07.2011
    Әбйәлил районы үҙәгендә БР бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәгенең өҫтәмә офисы асылды. Ул район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы бинаһының икенсе ҡатында урынлашты.
    12.07.2011
    Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 12 июлде «Болғар» теплоходының һәләкәткә осрауы арҡаһында һәләк булғандар буйынса милли матәм көнө тип иғлан итте.
    07.07.2011
    7 июлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Рәсәй Федерацияһың Иҫәп палатаһы аудиторы Александр Пискунов менән эш осрашыуы үткәрҙе.
    06.07.2011
    Башҡортостандың социаль йәһәттән иң яуаплы ойошмалары республиканың хөкүмәт наградалары менән билдәләнде. «Юғары социаль һөҙөмтәлелек һәм социаль партнерлыҡ үҫеше өсөн — 2010» конкурсында еңеү яулаған предприятие етәкселәренә дипломдарҙы 6 июлдә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса Республика өс яҡлы комиссия ултырышында Хөкүмәт вице-премьеры Фидус Ямалетдинов тапшырҙы.
    05.07.2011
    Павловка ауылында «2015 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы фәнни һәм инновацион эшмәкәрлегенең үҫеш стратегияһы» Башҡортостандың фәнни-техник үҫешенең оҙайлы сроклы прогнозын булдырыу буйынса республика кәңәшмәһе үтә.
    05.07.2011
    5 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтенең Өфөлә халыҡ-ара сатраш буйынса донъя чемпионатын үткәреү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйылды.
    04.07.2011
    4 июлдә Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Азамат Илембәтов рәйеслегендә үткән оператив кәңәшмәлә юл хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелде.
    03.07.2011
    Мәскәүҙә «Һабантуй-2011» гөрләп үтте. Тәүгә уны үткәреү урыны «Коломенское» Мәскәү музей-заповеднигы булды.
    02.07.2011
    1 июлдә Өфөгә танышыу визиты менән Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры Илдар Халиков килде. БР Хөкүмәт Йортонда уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов ҡабул итте.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 1


    Открытая республика
    Ссылки