• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    01.01.2009
    Павловка ауылында «2015 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы фәнни һәм инновацион эшмәкәрлегенең үҫеш стратегияһы» Башҡортостандың фәнни-техник үҫешенең оҙайлы сроклы прогнозын булдырыу буйынса республика кәңәшмәһе үтә.
    01.01.2009
    17 августа Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов Бангладеш Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Сайфул Хок менән осрашты.
    01.01.2009
    19 ноябрҙә Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев булып китте. Өфө аэропортында ил башлығын Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр итте республика башлығының матбуғат хеҙмәте. Дмитрий Медведев менән Рөстәм Хәмитов Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында булды, унда улар оксигенация өсөн аппараттар ҡараны, шулай уҡ үткәрелгән операциялар тураһында мәғлүмәт базаһы менән танышты. Бынан һуң Дмитрий Медведев Рөстәм Хәмитов менән бергә бөйөр күсереп ултыртыу буйынса операция кисергән ауырыуҙар менән аралашты.
    01.01.2009
    Башҡортостанда Яңы йыл каникулдары 31 декабрҙән 9 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Был көндәр ял көндәре тип иғлан ителде.
    01.01.2009
    Өфөлә 13 мартта Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы үтте.
    01.01.2009
    Башҡортостанда 2012 йылғы янғын хәүефһеҙлеге миҙгеленә әҙерлек алып барыла. Әлеге ваҡытта Федераль урман хужалығы агентлығында тикшереү үткән «Башҡортостан Республикаһының урман янғындарын һүндереү буйынса йыйылма планы» Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовҡа раҫлауға тапшырылған. — Беҙ урмандарҙы үҙләштереү проекттарына ярашлы урман участкаларын ҡуртымға алыусыларҙың янғын хәүефһеҙлеге саралары үткәреүен даими контролдә тотабыҙ.
    01.01.2009
    БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, байрам көндәре уңайынан Башҡортостанда 2012 йылдың 29 һәм 30 апреле, 1, 6 һәм 7, 8, 9 май ял көндәре булып тора. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы һәм 9 май — Еңеү көнө — ял һәм байрам көндәре иҫәпләнә. РФ Хөкүмәтенең «2012 йылдағы ял көндәрен күсереү тураһында»ғы ҡарары менән хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн ял көндәре  — шәмбе 28 апрелдән — дүшәмбе 30 апрелгә (байрам алды көнөнә); шәмбе 5 майҙан — дүшәмбе 7 майға; шәмбе 12 майҙан шишәмбе 8 майға (байрам алды көнөнә) күсерелгән. Шәмбе көндәрендә, 28 апрелдә һәм 12 майҙа, эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп һәм йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 1 һәм 9 майҙағы ял һәм байрам көндәре отпускының календарь көндәренә индерелмәй, тип хәбәр итә БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. .
    01.01.2009
    Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары — Башҡортостан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин Башҡорт юлдаш телевидениеһы каналында тура эфирҙа барған «Власть менән һөйләшеү» программаһында республика халҡының һорауҙарына яуап бирҙе. Янғын һөҙөмтәһендә йортһоҙ ҡалған Бүздәк халҡы 2 ай ярымдан һуң яңы торлаҡ аласаҡ.
    01.01.2009
    «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында XII «Мәғариф. Фән.
    01.01.2009
    Башҡортостанда яңы торлаҡ массивтарын проектлағанда ташҡын хәүефенә етди иғтибар биреләсәк. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Сергей Афонин әйтеүенсә, был мәсьәлә бөгөн айырыуса көнүҙәк. — Краснодар крайында булып үткән һәр кемгә билдәле ваҡиғалар арҡаһында оператив кәңәшмәлә Рөстәм Зәки улы был мәсьәләне ҡаты ҡуйҙы.
    01.01.2009
    Республика Хөкүмәтендә үткән түңәрәк өҫтәлдә «2013-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында йәш граждандарға һөнәри йүнәлеш биреү системаһын үҫтереү» саралар планы проекты тикшерелде.
    01.01.2009
    Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһын яңыртыу, төбәктә яңы медицина объекттарын төҙөү мәсьәләләре тикшерелде.
    01.01.2009
    Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры итеп тәғәйенләнде. Тейешле Указға дүшәмбе, 9 сентябрҙә, БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. — Бөгөн мин тағы ла бер вазифа — республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙым һәм үҙемдең Указым менән был вазифаға БР Милли банкы рәйесе Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улын тәғәйенләнем, — тип хәбәр итте журналистарға дүшәмбе көнө үткән брифингта республика башлығы.
    01.01.2009
    Башҡортостан Президенты Белорет районы буйынса эш сәфәре барышында урындағы аҙыҡ-түлек магазиндарының тауар төрҙәре менән ҡыҙыҡһынды.  Тирлән ауылында республика башлығы ит кибетендә булды.
    01.01.2009
    Уҙған аҙнала республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың етәкселегендәге рәсми делегация эсендә Латин Америкаһына эш сәфәрендә булды, “Азатлыҡ утрауы”нда 11 июлдә Владимир Путин бер аҙнаға Латин Америкаһы илдәренә юлланды.
    01.01.2009
    Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милеккә капиталь ремонт эшләү буйынса планлаштырылған эштәр һәм (йәки) хеҙмәттәр төрҙәрен асыҡлау тәртибе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 475-се ҡарары менән раҫланған.  Планлаштырылған эштәрҙе күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте тикшереү буйынса комиссиялар асыҡлаясаҡ.
    Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Һөт иле» ғаилә фестивалендә ҡатнашты.
    24 ғинуарҙа Республика Йортонда  Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров  «Сәләмәтлек сәғәте» форматында сираттағы кәңәшмәһен үткәрҙе.
    24 ғинуарҙа  Башҡортостан Хөкүмәтендә  Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин етәкселегендә Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ  мөхитен яҡшыртыу буйынса проект офисының сираттағы ултырышы үтте.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки