• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан Израилгә  тура авиарейс асырға нийәтләй 03.06.21 13:01

    Башҡортостан Израилгә тура авиарейс асырға нийәтләй

    3 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡоростан Башлығы Радий Хәбировтың Израиль Дәүләтенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Бен Цви менән осрашыуында Өфөнән Тель-Авивҡа тура авиарейс асыу зарурлығы тураһында һүҙ барҙы.
    Радий Хәбиров әйтеүенсә, тура авиабәйләнеш биләмәнең инвестиция һәм туристик ҡеүәһен арттырыуға булышлыҡ итәсәк, республика тәүге мәлдәрҙә уны хатта бюджеттан дотацияларға әҙер. Рейс асыу буйынса план тураһында 2019 йылда уҡ һүҙ булғайны, әммә уны тормошҡа ашырыуға коронавирус пандемияһы ҡамасауланы.

    Өфө менән Тель-Авив араһындағы авиабәйләнеш бизнес даирәләренең тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә ярҙам итәсәк. Республиканы Израилдең төҙөлөш, IT-парктар төҙөү өлкәһендәге тәжрибәһе ҡыҙыҡһындыра.

    Радий Хәбиров Израиль илсеһен 3 – 10 июлдә Өфөлә үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһын асыу тантанаһына саҡырҙы. Ул шулай уҡ республикала йәһүд ойошмаһы бик әүҙем эшләй, бында Өфөнөң һәм республиканың баш раввины Дан Кричевскийҙың өлөшө ҙур булыуын билдәләне. Башҡортостандың баш ҡалаһында урынлашҡан Йәһүд милли-мәҙәни үҙәге Рәсәйҙәге һәм Европала иң ҙурҙарының береһе булыуын әйтеп үтте.

    Израиль Илсеһе Радий Хәбировҡа Өфөгә саҡырыуы өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан менән Израиль араһында хеҙмәттәшлек потенциалы ҙур булыуын һыҙыҡ аҫтына алды. Өфө менән Тель-Авив араһында авиабәйләнеш асыуҙы хуплауҙарын белдерҙе.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!