• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Австрияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Йоханнес Айгнер менән осрашыу 20.05.21 15:24

    Австрияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Йоханнес Айгнер менән осрашыу

    20 майҙа Республика Йоротнда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Австрияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Йоханнес Айгнер менән осрашты. Улар иҡтисад, гуманитар һәм социаль өлкәләрҙәге хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре тураһында һөйләште.
    Башҡортостан Башлығы беҙҙә урынлашҡан Австрия предприятиелары филиалдарының уңышлы эшләүен билдәләне, уртаҡ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген һыҙыҡ аҫтына алды.

    – Беҙ Австрияны республиканың алдынғы партнерҙарының береһе тип күрәбеҙ. Бында ҙур предприятиелары эшләй, Башҡортостан уларға ярҙам итергә әҙер, – тине Радий Фәрит улы.

    Мәҫәлән, Әбйәлил районында аҡ цемент етештереү буйынса “Цемикс” компанияһының ("Lasselsberger" төркөмө предприятиеһы) Рәсәйҙәге икенсе заводы эш башларға тора. Ул быйыл августа сафҡа инәсәк. Тәүлегенә 700 тоннаға тиклем тауар етештерә ала.
    “Инман” Ишембай заводына ингән "Palfinger" ҙа уңышлы үҫешә, улар кран-манипуляторҙар етештерә. Завод тауарын шул иҫәптән Европа баҙарына ла һата.

    – Австрия предприятиеларының һөҙөмтәле эшләүен күреп, беҙҙең сауҙа әйләнешен арттырыу өсөн етди мөмкинлектәр барлығын аңлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Коронавирус пандемияһы әлегә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тулы кимәлдә үҫтерергә ҡамасаулай. Сикләүҙәр алынғас, сиктәр асылғас, бизнес киңәйер тип көтәбеҙ.

    Йоханнес Айгнер бизнесмендар һәм гуманитар өлкә вәкилдәренең Башҡортостанға килергә теләүен раҫланы. Сит ил делегацияһы беҙгә быйыл килергә йыйына.

    – Мин һеҙҙең республикала беренсе тапҡыр. Башҡортостандың бай тарихы, мәҙәниәтенә һоҡланам, – тине Йоханнес Айгнер. – Шулай уҡ мәғариф, сәнәғәт өлкәләре менән таныштым. Улар - хеҙмәттәшлекте нығытыу өсөн мөһим тармаҡтар.

    Радий Хәбиров Австрия делегацияһына төбәктең инвестиция ҡеүәтен өйрәнергә тәҡдим итте. Шулай уҡ сит ил ҡунаҡтарын быйыл июль башында үтәсәк Фольклориадаға саҡырҙы.

    Белешмә:
    2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса, Башҡортостан менән Австрия араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 7,8 миллион доллар тәшкил иткән, шул иҫәптән экспорт – 1,5 миллион доллар, импорт – 6,3 миллион доллар. Республиканың 122 сауҙа партнеры араһында Австрия тауар әйләнеше күләме буйынса 45-се урында.

    Импорт структураһында күпселекте машина һәм ҡорамалдар биләй (54 процент). Шулай уҡ күтәреү ҡорамалдары, металл һәм уларҙан эшләнгән әйберҙәр (39 процент). Экспорттың 99,5 проценты машиналар эшләү тауарҙарынан тора.

    Башҡортостан биләмәһендә Австрия капиталы ҡатнашлығындағы 11 юридик ойошма теркәлгән. Был компаниялар ауыл хужалығы, файҙалы ҡаҙылмалар табыу, керамика һәм цемент әйберҙәре етештереү, машина, ҡорамалдар етештереү, төҙөлөш, сауҙа өлкәләрендә эшләй. 2019 йылдың июнендә Венала Башҡортостан Республикаһының Австриялағы вәкиллеге асылды.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!