• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙ етәксенең мөһим роле тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты 20.05.21 17:33

    Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙ етәксенең мөһим роле тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты

    20 майҙа «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы сиктәрендә үткән телевизион тапшырыуҙа ҡатнашты. Билдәле алып барыусылар Арина Шарапова менән Дмитрий Каретко алып барған әңгәмә барышында республика етәксеһе ҡатын-ҡыҙҙың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәге ролен юғары баһаланы.

    – Беҙҙең Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары власть органдарындағы етәксе вазифаларына ризалаша, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шул уҡ ваҡытта дөрөҫөн әйтәм: ҡатын-ҡыҙ сәйәсмәндәр менән уртаҡ фекергә килеү ауыр. Был шулай булырға тейеш тә. Тимәк, идара итеү барышында ҡарарҙар ҡабул итеү һәм уларҙың ғәмәлгә ашырылыуын контролдә тотоу максималь рәүештә юғары булырға тейеш, сөнки етәксе ҡатын-ҡыҙҙар чиновник булараҡ ҡына түгел, әсә булараҡ та фекер йөрөтә. Йәмғиәтебеҙҙә әкренләп ҡатын-ҡыҙҙың сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла күберәк булырға тейешлеген аңлау барлыҡҡа килә, был – бик яҡшы.

    Башҡортостан Башлығы «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» проектының эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе.

    – Мин ошондай саралар үткән бер нисә ҡалала һәм районда булдым, был проекттың ҡатын-ҡыҙ өсөн мөһимлегенә инандым, – тине Радий Хәбиров. – Файҙаһы күп яҡлы: медицина консультациялары, үҫеш офоҡтарын күрһәтә алырлыҡ уңышлы ҡатын-ҡыҙҙар менән әңгәмәләр. «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе»ндә һәр гүзәл зат үҙе өсөн мөһим һәм файҙалы мәғлүмәт таба.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!