• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров: «Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеле, заманса һәм ысынбарлыҡҡа бик яҡын булды» 21.04.21 15:39

    Радий Хәбиров: «Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеле, заманса һәм ысынбарлыҡҡа бик яҡын булды».

    21 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһау тантанаһында ҡатнашты.
    «Манеж» үҙәк күргәҙмә залында үткән сарала Федерация Советы ағзалары, Дәүләт Думаһы депутаттары, Хөкүмәт вәкилдәре, Конституция һәм Юғары суд етәкселәре, губернаторҙар корпусы, ил төбәктәре парламенты рәйестәре, традицион конфессия башлыҡтары һәм йәмәғәт вәкилдәре ҡатнашты.

    - Мин Рәсәй Президентының Йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен һәр саҡ айырым бер кәйеф менән көтөп алам һәм саранан шатлыҡ хисе менән сығам. Сөнки беҙ унда илдең артабанғы үҫеш йүнәлешен аңлайбыҙ, - тине Радий Хәбиров. – Алдан күҙаллағанса, беренсе сиртта, ҙур иғтибар ил халҡына, уларға күрһәтеләсәк ярҙамға бүленде. Тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам – мөһим башланғыс. Ошондай ғаиләләрҙә үҫкән 8 йәштән 16 йәшкәсә балаларға махсус түләүҙәр ҡаралған. Ауыр тормош хәлендәге, әммә ваҡытында иҫәпкә тоған йөклө ҡатындарға ҙур иғтибар бүленәсәк. Мәктәп йәшендәге балалары булған ғаиләләргә лә ярҙам ҡаралған. Президент август айында һәр мәктәп уҡыусыһына 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр матди ярҙам күрһәтеләсәге тураһында белдерҙе. Мөрәжәғәтнамәнең социаль өлөшө ныҡ етди булды.

    Башҡортостан Башлығы ил Президенты мөрәжәғәтнамәһендә ҙур иғтибар төбәктәргә лә бүленеүен айырым һыҙыҡ аҫтына алды.

    - Рәсәйҙә үҫешкә йүнәлтелгән проекттарға ярҙам итеү буйынса инфраструктура займдары институты барлыҡҡа киләсәк. Владимир Путин халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, юлдарҙы яңыртыу, төҙөкләндереү эштәре, туристик индустрия объекттары төҙөү өсөн сығымдар йүнәлтергә ҡушты. Тап ошо күрһәткестәр буйынса беҙҙең Хөкүмәттең төҙөлөш, финанс һәм иҡтисади тармаҡтағы эштәре баһаланасаҡ, - тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда Мөрәжәғәтнамә йөкмәткеле, заманса һәм ысынбарлыҡҡа бик яҡын булды. Шуның өсөн ил Президентына рәхмәт белдерәбеҙ.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!