• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостанда экспортҡа бал етештереү проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ 11.03.21 18:55

    Башҡортостанда экспортҡа бал етештереү проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ

    11 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте» үткәрҙе. Унда иҡтисадтың төрлө тармағына ҡараған һорауҙар барланды.

                                                                                       ***

    Ултырышта Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы директоры урынбаҫары Дмитрий Кушнирович төҙөлөш тармағы өсөн сайдинг, ҡыйыҡ һәм фасад материалдары етештереү башланғысын тәҡдим итте. Инвестиция проектына Рәсәйҙең Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы заем йәлеп итеү һәм өҫтөнлөклө статус биреү рәүешендә ярҙам күрһәтеләсәк.

                                                                                      ***


    Франция инвесторҙары Патрик Хоффман һәм Антуан Менделовичи республикала умартасылыҡ өлкәһендә күләмле проектты тормошҡа ашырырға йыйына. Бында һүҙ Башҡортостанда 30 мең бал ҡорто күсенән етештереү базаһы булдырыу, халыҡ-ара аккредитацяға эйә булған бал сифаты лабораторияһын асыу, шулай уҡ халыҡ-ара экспорт өсөн йылына 7 мең тоннаға тиклем төрлө бал продукцияһын әҙерләү тураһында бара.

    Бынан тыш, эшҡыуарҙар урта рус тоҡомло бал ҡортоноң башҡорт популяцияһы генетикаһын һаҡлау, республика балы брендын үҫтереү эшен дә ойошторорға ниәтләй. Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 3,8 миллиард һум.
    Республикала проектты башлау өсөн «Би Хэппи» («Бәхетле бал ҡорто») компанияһы теркәлгән, эштең төп йүнәлештәрен һәм этаптарын билдәләргә тейешле юл картаһы әҙерләнгән.

    Тәүге умарталыҡтарҙы Бөрйән, Ишембай, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарында урынлаштырыу күҙаллана. Производствола бөтәһе 160 яңы эш урыны булдырыла. Күргәҙмә үҙәге менән бал продукцияһын эшкәртеү заводы иһә Өфөлә урынлаштырыла.

    - Беҙҙең төп маҡсат – Рәсәйҙә алдынғы бал етештереүселәрҙең һәм сит илгә сығарыусыларҙың береһе булыу. Был умартасылыҡтың инвестиция йәлеп итеү һәләтен арттырырға һәм башҡорт балын премиум-продукция сегментына сығарырға мөмкинлек бирергә тейеш, – тип һөйләне Антуан Менделовичи «Инвестиция сәғәте» ултырышында.

    Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө хакимиәтенә ҡала биләмәһендә эшкәртеүсе ҡеүәттәрҙе һәм күргәҙмә үҙәген урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушты.

    - Француз коллегаларыбыҙҙың бал етештереү темаһы менән ҡыҙыҡһыныуы өсөн бик шатбыҙ, билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ. 2022 йылда Башҡортостан умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресын ҡабул итә. Күргәҙмә комплексы өсөн Өфөлә лайыҡлы урын һайлағыҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

                                                                                   ***

    “Башуралремстрой” компанияһы Иглин районында юл буйы сервисы проектын тормошҡа ашырырға планлаштыра. Ул М-5 “Урал” федераль юлында кафе, ҡунаҡхана, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү пункты, туҡталҡа һәм автосервис кеүек объекттарҙы үҙ эсенә ала.

    “Гласс Сити” компанияһының генераль директоры Александр Гавриличев Благовещен районындағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә ПВХ һәм алюминдан төҙөлөш конструкциялары сығарыу заводы проектын тәҡдим итте. Уны “Благовещен” индустриаль паркы резиденттары иҫәбенә индерҙеләр.

                                                                              ***
    Учалы районында таш сығарыу һәм эшкәртеү буйынса технологик комплексты яңыртыу тураһында “УралТаш” компанияһының генераль директоры Сергей Большаков һөйләне. Компанияның “Бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү”, “Башҡорт ихаталары”, “Уңайлы мөхит”, “Минең урам” федераль һәм республика программалары буйынса ҡала, ауылдарҙы төҙөкләндереү конкурсында ҡатнашыуы күҙаллана.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!