• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    2023 йыл аҙағынаса алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүебеҙгә ышыныбыҙ – Радий Хәбиров 03.03.21 18:19

    2023 йыл аҙағынаса алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеүебеҙгә ышыныбыҙ – Радий Хәбиров

    3 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуғын яҡлау фонды генераль директоры Константин Тимофеев төбәктәге проблемалы йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләләре буйынса берлектәге кәңәшмә һуңында журналистар һорауҙарына яуап бирҙе.

    - Бөгөн беҙ республика Башлығы менән эшлекле осрашыу үткәрҙек, ҡатмарлы объекттар буйлап йөрөп сыҡтыҡ. Улар төрлө әҙерлек дәрәжәһендә. Был төҙөлөштәрҙе аҙағына еткереү буйынса саралар планын тикшерҙек. Документтар әҙерләү һәм төҙөлөштө берлектә финанслау йәһәтенән яуаплылығыбыҙҙы раҫлайбыҙ. «Миловка паркы» ысынлап та ауыр проект булды, әммә ҡарар ҡабул ителде. Беҙ уны тамамлаясаҡбыҙ, – тине Константин Тимофеев. – «Миловка паркы»нан тыш, быйыл төҙөп бөтөргә тейешле башҡа объекттар ҙа бар. Йөкләмәләрен үтәмәгән төҙөүселәрҙең банкротлығы буйынса йылдам ҡарарға килергә кәрәк. Тейешле ғаризалар бар, әле беҙ граждандарҙың хоҡуғын яҡлау өсөн арбитраж идарасыларҙы һайлайбыҙ. Йәнә 40-лап объект ҡалды. Юл карталары яҡын арала ғәмәлгә инә. 2023 йылға тиклем Башҡортостандағы граждандарҙың хоҡуҡтары ысынлап та тергеҙеләсәк.

    Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн ҡатмарлы хәлде яйға һалыуҙың аныҡ ваҡыты төҫмөрләнде. Ул - 2023 йылдың аҙағы.

    - Был һандар һауанан алынманы, был – ил Президентының күрһәтмәһе, – тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙә проблемалы 128 йорт бар. Уларҙың һәр береһендә – үҙенә генә хас етешһеҙлектәр. Ялған алымдар, алдашыуҙар күп булған. Бөгөн беҙ республика ла, хоҡуҡ һаҡлау структуралары ла граждандарҙы алдаған әҙәмдәр менән әүҙемерәк эшләргә, енәйәт ҡылғандар яуапҡа тарттырылырға тейеш тигән фекергә килдек. Алданған өлөшсөләрҙең беҙгә ышаныуын үтенәм. Был мәсьәлә буйынса эшләйбеҙ. Хәтерегеҙҙәлер, 2,5 йыл элек был проблеманы хәл итә башлағанда төбәктә 10 меңдән ашыу алданған өлөшсө бар ине. Хәҙер дәүләт был йәһәттән әүҙем сара күрә башланы.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!