• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров – Беҙ Башҡортостандың КВН хәрәкәтенә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ 09.03.21 18:49

    Радий Хәбиров – Беҙ Башҡортостандың КВН хәрәкәтенә ярҙам күрһәтәсәкбеҙ

    9 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһының КВН командалары менән осрашты. «Һорау-яуап» форматында ойошторолған осрашыу «Облака» заманса сәнғәт үҙәгендә үтте. Уның барышында төбәк етәксеһе «Республика йөҙҙәре» («Лица республики») командаһына Сочиҙа үтәсәк «КиВиН-2021» фестивалендә ҡатнашырға ярҙам итәсәкбеҙ, тип белдерҙе.

    Радий Хәбиров үҙенә ҡағылышлы шаяртыуҙарҙы аңлап ыңғай ҡабул итеүе, халыҡ менән эшләгән вазифалы кешенең эшмәкәрлеге һәр йәһәттән асыҡлыҡҡа ҡоролорға тейешлеге хаҡында билдәләне. Шулай уҡ ул Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә ярашлы киң даирәле сара уҙғарыуға бәйле уй-ниәттәре менән уртаҡлашты. Уны ойоштороуҙа телевидение алып барыусыһы, продюсер, КВН Юғары лигаһы чемпионы Сангаджи Тарбаев ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, ул күптән түгел Өфөлә булып китте. Баш ҡала командалары ағзалары Өфөнө юбилей сараларына әҙерләү буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты һәм Башҡортостан Башлығы призына студенттар КВН Кубогы ойошторорға тәҡдим итте.

    – Беҙҙәге КВН хәрәкәте бик көслө булыуын беләм, - тине Радий Хәбиров. - Беҙҙә традициялар көслө, командаларыбыҙ үҙәк телеканалдарға сыҡты. КВН-да бик күп йәштәр ҡатнаша. Һеҙҙең хәрәкәткә Өлфәт Мансур улы Мостафин бик ҙур ярҙам күрһәтеп килде. Беҙ Башҡортостандағы КВН хәрәкәтенә етдирәк иғтибар бүлергә ҡарар иттек, Клубҡа ярҙам итеү һәм финанслауҙы арттырыу өсөн мөмкинлектәр бар.

    Белешмә:

    «Республика йөҙҙәре» («Лица республики») КВН командаһы 2015 йылдың декабрендә барлыҡҡа килде. Команданың төп составына Дмитрий Хрисанов, Рөстәм Хәсәнов, Ришат Шәймиев, Айгизә Ғәлимова һәм Эрик Туҡаев инә.
    «Республика йөҙҙәре» («Лица республики») өс тапҡыр Башҡортостан КВН-ы төбәк лигаһы чемпионы, «Һамар» КВН лигаһы финалисы (2018), «Өфө» рәсми лигаһы чемпионы (2019), Мәскәү һәм Мәскәү яны лигаһының ярымфиналы (2019), Премьер-лига ярымфиналы (2020), КВН-2021 Беренсе лигаһы чемпионатының ярымфинал еңеүсеһе булды. 2020 йылда команда Беренсе каналдағы Премьер-лига ҡатнашыусылары составына инде.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!