• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты 10.02.21 20:59

    Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын билдәләүгә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

    10 февралдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук үткәрҙе. Кәңәшмәлә шулай уҡ Федерация Советы, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашты.

    Мәғлүм булыуынса, былтыр 30 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығын байрам итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйғайны. Ошо иҫтәлекле ваҡиғаға әҙерлек буйынса ойоштороу комитеты рәйесе бурыстары Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчукҡа йөкмәтелде.

    Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ойоштороу комитетының шәхси составын төҙөү мәсьәләрен тикшерҙе. Төп саралар планы проектына айырым иғтибар бирелде. Ул 2024 йылға тиклем Өфөнө үҫтереү программаһын үҙ эсенә ала. Был программала йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, яңы социаль объекттар төҙөү, Ағиҙелдең яр буйын үҫтереү, яңы һәйкәлдәр ҡуйыу, өр-яңы маршруттар ойоштроу ҡарала.

    Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү буйынса төп саралар планы проектын ойоштороу комитетының тәүге ултырышында раҫлау күҙаллана.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!