• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов менән осрашыу 05.02.21 12:27

    «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов менән осрашыу

    5 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «ЮТэйр» авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов менән осрашты. Кәңәшмәлә шулай уҡ Хөкүмәте ағзалары һәм “Өфө” халыҡ-ара аэропорты етәкселеге ҡатнашты.
                                                     ***

    Осрашыуҙа Өфө аэропортының үҫеш мөмкинлектәре, һауа судноларын техник хеҙмәтләндереү, ремонтлау буйынса хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре ҡаралды.

    - Һеҙҙең авиакомпания - беҙҙең республиканың ышаныслы партнеры. 2020 йыл барыбыҙ өсөн дә ҡатмарлы булды. Шуға ҡарамаҫтан, хәлдәр яйлап тотороҡлана - төбәк-ара пассажирҙарҙы ташыу үҫә, Рәсәйҙең күп аэропорттары сит илгә осоу өсөн рөхсәт алды. Шуға күрә, бөгөнгө санитар-эпидемиологик хәл киләсәккә берҙәм эш тураһында уйларға форсат бирә тип күҙалларға була, - тине Радий Хәбиров.

    - ЮТэйр" авиакомпанияһын Башҡортостандыҡы тип әйтергә лә булалыр. Айына Өфөнән һәм кире йүнәлештә 500-ҙән ашыу даими рейс башҡарыла. Уларға ихтыяж ҙур. Осоусылар отрядында, бортта оҙатыусылар хеҙмәтендә, "ЮТэйр"ҙың техник хеҙмәтләндереү үҙәктәрендә 650-нән ашыу республика кешеһе лайыҡлы эш хаҡы алып хеҙмәт итә, был да Башҡортостан бюджетына һалым күләмен арттырыуға булышлыҡ итә, - тине Андрей Мартиросов.

    “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев, “ЮТэйр” авиакомпанияһының даими үҫеше һәм республика тарафынан субсидияларҙың бүленеүе арҡаһында, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Мәскәүгә туҡтамай осҡан тура авиамаршруттарҙың өлөшөн арттырыу бурысының ваҡытынан алда үтәлеүен белдерҙе. Өфө аэропорты буйынса был күрһәткес 56 процент тәшкил итә.

    Радий Хәбиров Өфө - Вена тура рейсының ҙур ихтыяж менән файҙаланылыуын, уның Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн "Европаға тәҙрә" булыуын билдәләне һәм санитар-эпидемиологик хәл тотороҡланыу менән рейсты ҡайтанан тергеҙергә ҡушты.

    Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ, туризм өлкәһендә республика халҡының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында, яңы халыҡ-ара маршруттарҙы асыу мөмкинлектәрен барланы.


    26 27 28 29 30 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!