• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров һәм Росавиация етәксеһе Александр Нерадько Өфө аэропортының яңы терминалы менән танышты 05.02.21 15:22

    Радий Хәбиров һәм Росавиация етәксеһе Александр Нерадько Өфө аэропортының яңы терминалы менән танышты

    5 февралдә Өфөлә Федераль һауа транспорты агентлығы (“Росавиация”) етәксеһе Александр Нерадько һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропортынан авиация ташыуҙары күләмен арттырыу һәм маршрут селтәрен үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
                                                                             ***

    – Бөгөн беҙ пассажирҙар терминалының иң юғары стандарттар буйынса йыһазландырылған яңы корпусын ҡарап сыҡтыҡ. Ул эске һауа юлдарында пассажирҙар ташыу һәләтен икеләтә – сәғәтенә 1200 кешегә тиклем арттырасаҡ, авиация рейстары һанын күбәйтеү мөмкинлеген бирәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Яңы терминал эске авиация ташыуҙары баҙарында беҙҙең конкурентлыҡ ҡеүәһен тағы ла арттыра төшәсәк. Илдә пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифаты һәм уңайлыҡтар буйынса аэропортыбыҙҙың позицияларын нығытасаҡ. Беҙҙең өсөн шулай уҡ Өфөнөң 450 йыллығына ҡарата аэродром комплексын үҫтереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

    “Росавиация” етәксеһе Александр Нерадько республика халҡын Өфө аэропортында терминалдың яңы корпусы асылыу менән ҡотланы. Уның әйтеүенсә, агентлыҡ аэродром инфраструктураһы объекттарын яңыртыуҙа республикаға артабан да ярҙам күрһәтәсәк. Александр Нерадько Башҡортостан етәкселегенә төбәк-ара авиарейстарҙы субсидиялаған өсөн рәхмәт әйтте.

    – Коронавирус пандемияһы авиация ташыуҙары менән шөғөлләнгән компанияларға ҙур зыян килтерҙе, – тине “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев. – 2020 йылда ташыу күләме 2019 йыл менән сағыштырғанда 33 процентҡа кәмегән. Шул уҡ ваҡытта Өфө аэропорты хеҙмәтләндерелгән пассажирҙар күләме йәһәтенән Волга буйы федераль округында алдынғылыҡты һаҡлап ҡалған.

    Александр Андреев эпидемияға ҡаршы саралар ваҡытында аэропорттағы бөтә хеҙмәттәрҙең көйлө эше тураһында һөйләне. Яңы терминал файҙаланыуға тапшырылыу менән Өфөнән Ҡаҙағстанға һәм Ҡырғыҙстанға халыҡ-ара осоштарҙы ойоштороу планлаштырыла.

    “ЮТэйр” авиакомпанияһының генераль директоры Андрей Мартиросов белдереүенсә, республика ярҙамы менән ташыусы компания элегерәк субсидияланған рейстарҙы Өфөнән Ҡазанға, Екатеринбургҡа һәм Төмәнгә сығара алған. Республика Башлығы менән бөгөнгө осрашыуҙа Өфө аэропортынан Рәсәйҙең башҡа ҡалаларына яңы маршруттар асыу тураһында ла килешеүгә өлгәшелгән.

    “Азимут” авиакомпанияһының директорҙар Советы рәйесе Павел Удод аэропорттағы эштең ойошторолоуына юғары баһа бирҙе һәм быйыл компанияның ташыуҙар күләмен икеләтә арттырырға ниәтләүе тураһында хәбәр итте. “Төньяҡ еле” йәмғиәтенең коммерция директоры Антон Маттис әйтеүенсә, Nordwind Airlines самолеттары быйыл ете йүнәлештә оса. “ИрАэро” авиакомпанияһы директоры урынбаҫары Сергей Крупнов иһә Өфө менән Себер ҡалаларын бәйләү өсөн төбәк-ара авиация рейстарын субсидиялау күләмен арттырыу фекерен яҡланы.

    – Беҙ Рәсәйҙең эсендә һәм сит илдәргә яңы маршруттар асыуҙы хуплайбыҙ, – тине Радий Хәбиров, авиакомпанияларҙы Өфө аэропортының заманса мөмкинлектәрен әүҙемерәк файҙаланырға саҡырып.

    – Рәсәйҙәге төп авиакомпаниялар етәкселәренең Башҡортостанға кәңәшмәгә килеүе “Өфө” халыҡ-ара аэропорты мөмкинлектәрен файҙаланып, авиация тармағын артабан үҫтереү теләген йәнә бер тапҡыр раҫланы, – тине Александр Нерадько.


    26 27 28 29 30 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!