• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    “Өфө инженер селтәрҙәре” йылылыҡ өсөн түләүҙе ҡабаттан иҫәпләйәсәк 31.01.21 11:05

    “Өфө инженер селтәрҙәре” йылылыҡ өсөн түләүҙе ҡабаттан иҫәпләйәсәк


    31 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Өфө инженер селтәрҙәре” муниципаль унитар предприятиеһы етәкселеге менән кәңәшмә үткәрҙе, унда 2020 йылдың декабрендә йылылыҡ өсөн артыҡ алынған аҡсаны халыҡҡа февралдә кире ҡайтарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

    Бынан бер көн элек Башҡортостан Башлығы предприятиеға бындай хәлде башҡа булдырмаҫҡа һәм йылылыҡты иҫәпкә алып барыуҙы яйға һалырға мөмкинлек биргән системалы ҡарар әҙерләргә ҡушҡайны.

    Вице-премьер - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев хәбәр итеүенсә, “Өфө инженер селтәрҙәре” ошо компания хеҙмәтләндергән йорттарҙан мөрәжәғәт иткәндәргә йылылыҡ өсөн түләүҙе ҡабаттан иҫәпләй башлаған да инде. Өфөлә йылы өсөн түләү квитанцияһында хаҡ 42 проценттан да күберәк булған фатир хужалары 15 февралгә тиклем ошо муниципаль унитар предприятиеға ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Йылы өсөн түләү бөтәһе 20 меңдән ашыу фатир буйынса төҙәтәлергә тейеш.

    Был мәсьәлә буйынса “Өфө инженер селтәрҙәре”нә яҙырға йәки күп каналлы 8-800-250-52-80 телефонына шылтыратырға була.


    26 27 28 29 30 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!