• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Бөрө районына эш сәфәре 08.01.21 11:50

    Бөрө районына эш сәфәре

    8 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрө районында булды. Ул унда сәнәғәт һәм социаль объекттарҙың эшмәкәрлеге, төҙөкләндереү эштәре менән танышты.

                                                             ***
    Төбәк етәксеһе Бөрө ҡалаһының Октябрь майҙанын һәм Ленин исемендәге скверҙы ҡараны. “Бөрө ваҡыты” тип аталған архитектура-парк ансамбле 2019 йылда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу конкурсында еңеп сыҡҡайны. Дөйөм финанслау күләме 178,8 миллион һум тәшкил итте, шуның 75 миллион һумы федераль грант иҫәбенә алынған.
    Бында амфитеатр, “ҡоро фонтан”, балалар майҙансығы һәм ял зонаһы булдырылған. Шулай уҡ яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр яңыртылған, юлдар, эргәләге биналарҙың тышҡы йөҙө, һыу һәм йылылыҡ селтәрҙәре ремонтланған.

    – Төҙөкләндереү мәсьәләһенә киң ҡарашта булыуығыҙ, урамдарҙы, йорттарҙың тышҡы йөҙөн тәртипкә килтереүегеҙ бик яҡшы, - тип баһаланы Радий Хәбиров. – Беҙ әкренләп Бөрөнө Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә үткән ҙур фестивалдең баш ҡалаһы итеп әҙерләйбеҙ. Был ҡалаға туризм мөмкинлектәрен киңәйтеүгә лә юл асасаҡ.

    Артабан республика Башлығы Изге Троицк кафедраль соборы биләмәһендә урынлашҡан Бөрө епархияһының Рухи-мәғрифәти үҙәгендә булды. Үҙәк 2020 йылда төҙөлгән, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән программала ҡатнаша.
    Бөрө епархияһы идарасыһы Дмитрий Морозов үҙәктәге биналарҙың береһендә спорт залы буласағы тураһында һөйләне һәм тренажерҙар алыу йәһәтенән ярҙам һораны. Радий Хәбиров был башланғысҡа булышлыҡ итеү юлдарын ҡарарға ҡушты. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Изге Троицк кафедраль соборының ҡыйығын ремонтлау йәһәтенән дә ярҙам саралары эҙләү зарурлығын билдәләне.
    Башҡортостан Башлығы Изге Троицк ҡатын-ҡыҙҙар монастырының Михаил-Архангел ҡорамында ла булды. Ул 1783 йылда төҙөлгән. Ағас бина 1842 йылға тиклем тора. 1845 йылда сауҙагәрҙәр Никита Серебряков менән Даниил Балаевтың аҡсаһына ошо уҡ урында яңы таш ҡорам төҙөлә.
    2013 йылда бында Изге Троицк ҡатын-ҡыҙҙар монастыры асыла. Әлеге ваҡытта уның эргә-тирәһе төҙөкләндерелгән. 2016 йылда бында Изге Патриарх Кирилл булып, доға ҡылды.

                                                                      ***
    Эш сәфәре һуңында Радий Хәбиров бер нисә сәнғәт объектында булды. “Бөрө керамикаһы” предприятиеһы етәксеһе Игорь Михайлов төбәк етәксеһен үҙҙәре етештергән продукция – балсыҡ һәм таш табалар, сәй өсөн тәғәйен һауыт-һаба, сувенирҙар менән таныштырҙы. Бында айына 4500-гә яҡын изделие сығарыла һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә оҙатыла. Киләсәктә етештереү күләмен айына 35 меңгә еткереү планлаштырыла.

    Радий Хәбиров предприятие етәксеһенә киләһе “Инвестиция сәғәте”нең береһендә ҡатнашып, етештереүҙе киңәйтеү, яңы ҡорамалдар һатып алыу, республикала өҫтәмә сеймал сығанаҡтары табыу мәсьәләләрен тикшерергә тәҡдим итте.

    Шәхси эшҡыуар Лиана Байдимирова биш йылға яҡын “Аристократ” маркаһы аҫтында итле ярымфабрикаттар – билмән, манты, варениктар, кәтлиттәр етештереү менән шөғөлләнә. Былтыр предприятиела яңы йүнәлеш – ҡоймаҡ линияһы асылған. Бында бөгөн 34 кеше эшләй. “2020 йылдың ҡатын-ҡыҙ – директоры” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында Лиана Байдимирова “Сифат менән идара итеүҙәге ҡаҙаныштары өсөн” номинацияһында еңеү яулаған.

    – Иртәгә беҙҙә үтәсәк “Бөрө билмәне” фестивалендә үҙебеҙ етештергән барлыҡ продукцияны күрһәтәсәкбеҙ, – ти Лиана Байдимирова.

    Төбәк Башлығы бәләкәй предприятие етештергән продукцияға ҙур баһа бирҙе һәм уны яҡын арала үтәсәк “Ауыл сәғәте”ндә ҡатнашып, урындағы етештереүселәрҙең тауарҙарын сауҙа селтәрҙәрендә киңерәк таратыу, етештереү өлкәһендәге проблемаларҙы бергәләп ҡарарға саҡырҙы.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!