• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    “Ростех” дәүләт корпорацияһында Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һорауҙары ҡаралды 25.12.20 17:50

    “Ростех” дәүләт корпорацияһында Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү һорауҙары ҡаралды

    25 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Ростех” дәүләт корпорацияһы авиация кластерының индустриаль директоры Анатолий Сердюков Берләшкән двигателдәр эшләү майҙансығында Хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышын үткәрҙе.

    Сарала ҡатнашыусылар видеоконференция режимында “Ростех”ҡа ингән төбәктәр предприятиеларының 2020 йылдағы эш һөҙөмтәләрен, “Алға” махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, шулай уҡ корпорацияның 2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығында һәм 2025 йылда Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығын билдәләүҙә ҡатнашыуы мәсьәләләрен ҡараны. Башҡортостан Башлығы “Ростех” менән хеҙмәттәшлектең йоғонтололоғон юғары баһаланы, дәүләт корпорацияһы етәкселегенә республика сәнәғәтенә ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

    – Үтеп барған 2020 йыл ил өсөн ябай булманы, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн дә. Шулай ҙа төбәктең иҡтисади хәле тотороҡло. “Ростех” контурына ингән “ОДК-УМПО”, “КумАП”, “Станоктар төҙөү”, “НефАЗ” берекмәләре йылды етештереү күләмен арттырып тамамларға планлаштыра, – тине Радий Хәбиров. – “Ростех”тың ярҙамы һөҙөмтәһендә Күмертау авиация төҙөлөшө предприятиеһы продукцияһының күләме 6,3 миллиард һумлыҡ булыр тип көтөлә. “Станоктар төҙөү” һәм “БелЗАН” компанияларына ла ярҙам булды. Беҙ бының өсөн дәүләт корпорацияһы етәкселегенә рәхмәтлебеҙ.

    Төбәк етәксеһе шулай уҡ “Ростех” етәкселегенә Евразия ғилми-мәғариф үҙәген булдырыу проектында ҡатнашҡаны өсөн дә рәхмәт әйтте. Был проект Хөкүмәт конкурсында еңеп сыҡты һәм федераль статус алды. Анатолий Сердюков дәүләт корпорацияһы менән хеҙмәттәшлектә республиканың стратегик әһәмиәтен билдәләне.

    – Башҡортостан менән беҙҙе оҙайлы һәм ышаныслы мөнәсәбәттәр бәйләй. Бында “Ростех”тың күп предприятиелары урынлашҡан, шул иҫәптән “Рәсәй вертолеттары” һәм “Технодинамика” холдингтарыныҡы. Тап Өфөлә “Ростех” дәүләт корпорацияһын авиация кластерының Һөнәри белем биреү үҙәген ойошторабыҙ. Беҙҙең берлектәге эш яңы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға, төбәктә яңы хеҙмәт урындары булдырыуға, етештереүгә алдынғы технологиялар индереүгә йүнәлтелгән. Был эштең Башҡортостанды һәм илдең барлыҡ авиация тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәгенә ышанам, – тине Анатолий Сердюков.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!