• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Стәрлетамаҡта яңы инфекция үҙәге асылды 19.12.20 16:20

    Стәрлетамаҡта яңы инфекция үҙәге асылды

    19 декабрҙә Стәрлетамаҡта Республика клиник инфекция үҙәге филиалы эшләй башланы. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин һәм Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валерий Рязанский ҡатнашты.

                                                   ***
    Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко видеобәйләнеш аша мөһим ваҡиға уңайынан ҡотланы.

    - Ярты йыл элек Радий Хәбиров менән Өфөлә клиник инфекция үҙәген астыҡ, - тип иҫкә төшөрҙө министр. - Ул саҡта тиҙ төҙөлгән госпиталдәрҙең проектын таратырға кәрәк тип әйткәйнек. Сөнки пандемия шарттарында бындай объекттар ҙур һорау менән ҡуллана. Бөгөн беҙҙә ғорурлыҡ өсөн йәнә матур сәбәп бар - Стәрлетамаҡта яңы COVID-госпиталь асыла. Уны проектлауға ҡыҫылышы булғандарҙы, уны төҙөгән һәм ошонда эшләгәндәрҙең барыһын да ысын күңелдән ҡотлайым.

    - Бөгөн беҙ икенсе ковид үҙәге асабыҙ. Кеше ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янағанда, бик кәрәкле объекттарҙы төҙөй алдыҡ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Быйыл Өфө районында һәм Стәрлетамаҡта COVID-госпиталдәрҙән тыш, беҙ хоспис, балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөй башланыҡ. Республика кардиология үҙәге корпусын һәм Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы поликлиникаһын төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Онкология диспансерының яңы корпусы сафҡа индерелде. Ауылдарҙа 100-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Беҙ табиптар алдында баш эйәбеҙ! Бөгөн төҙөүселәргә ҙур рәхмәт!

    Башҡортостан Башлығы 2024 йылға тиклем һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсе звеноһын үҫтереүгә федераль бюджеттан 16 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелеүен әйтте.

                                              ***
    Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин Стәрлетамаҡ дауаханаһын төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе.

    Сенатор Валерий Рязанский төҙөлгән объект менән һоҡланыуын белдерҙе, кеше ғүмерҙәре һағында тоған табиптарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 31


    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».