• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Сибай ҡалаһына эш сәфәре 15.12.20 18:03

    Сибай ҡалаһына эш сәфәре

    15 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе йорт алды биләмәләрен төҙөкләндереү барышы менән танышты, ҡала дауаханаһында булды һәм ҡаланы үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

    * * *
    Республика башлығы Сибай концерт-театр берләшмәһе ҡаршыһындағы ташландыҡ "Сибай" ҡунаҡханаһы бинаһын ҡараны. Артабан "Киләсәк фабрикаһы" бизнес-үҙәген урынлаштырыу өсөн бында капиталь ремонт үткәрергә планлаштыралар. Инновацион эшҡыуарлыҡ йорто бөтә Урал аръяғының креатив йәштәрен һәм эшлекле кешеләрен берләштерәсәк. Ҡала властары проект-смета документацияһын әҙерләй башланы ла инде. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға оҡшаш проект Өфөлә "Книжка" бизнес-үҙәге базаһында тормошҡа ашырыла.
    ***
    2020 йылда Сибайҙа Матросов урамындағы өс йорт һәм Чайковский урамындағы 10 йорт ихаталарын комплекслы төҙөкләндерәләр. Был маҡсатҡа 41,3 миллион һум йүнәлтелгән, шуның 39 миллионы - республика ҡаҙнаһынан. Эштәр үҙ эсенә юлдарҙы, парковкаларҙы, тротуарҙарҙы ремонтлау, заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, видеокүҙәтеү камераларын урынлаштырыу, шулай уҡ газондарҙы тәртипкә килтереү инә. Радий Хәбиров Чайковский урамындағы ихаталарҙа башҡарылған эштәрҙең сифатын баһаланы.
    ***
    Сибайҙа Радий Хәбиров Үҙәк ҡала дауаханаһында булды. 2020 йылда "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә медицина учреждениеһы ҙур техника - компьютер томографы һәм ангиографик комплекс алды. Уларҙы урынлаштырыу өсөн махсус биналарҙы йүнәткәндәр. Томограф эшләй башланы ла инде.
    2020 йылда офтальмология хеҙмәтен йыһазландырыуҙы дауам иткәндәр. Атап әйткәндә, дауахана 4,2 миллион һумлыҡ хирургия системаһына эйә булды. Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһы базаһында муниципаль-ара офтальмология үҙәге эшләп килә, уның белгестәре Урал аръяғы райондарын хеҙмәтләндерә, пациенттарҙы күсмә ҡабул итеү ойоштора, операциялар үткәрә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ балалар поликлиникаһын ҡараны, унда 2020 йылда инженер селтәрҙәрен ремонтлап, тар белгестәр өсөн биналар үҙгәртеп-ҡоролған. Был маҡсатҡа 9,8 миллион һум йүнәлтелгән, әммә билдәләнгән эштәрҙе тулыһынса тамамлау өсөн был ғына етмәй. Төбәк етәксеһе 3 миллион һум күләмендә өҫтәмә саралар бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!