• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
     Радий Хәбиров Башҡортостанда социаль түләүҙәр системаһындағы ҡытыршылыҡтарҙы асыҡларға ҡушты 17.12.20 17:12

    Радий Хәбиров Башҡортостанда социаль түләүҙәр системаһындағы ҡытыршылыҡтарҙы асыҡларға ҡушты

    17 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала, шул иҫәптән коронавирус пандемияһы осоронда халыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән социаль түләүҙәр системаһын асыҡларға ҡушты. Шулай итеп, төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында яңғыраған Башҡортостан ҡыҙы Альгиза Туктарованың һорауына үҙ ҡарашын белдерҙе.

    - Һәр социаль түләүҙәр системаһын тикшерергә кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путиндың колл-матбуғат үҙәгенә Күмертауҙан Альгиза Туҡтарованан мөрәжәғәт килде. Уның һүҙҙәренсә, ноябрҙә һәм декабрҙә ул Пенсия фонды аша үҙенең туғыҙ айлыҡ балаһына аҡса алмаған. Республикала бер ҡатын ошо мәсьәлә менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеген белмәй, ә пандемияға түләү, уның һүҙҙәренәьҡарағанда, берҙән-бер ярҙам булып тора. Шулай уҡ ул 2021 йылда яңы түләүҙәр планлаштырыламы тигән һорау менән ҡыҙыҡһынды.

    Яңы түләүҙәрҙе индереү алдынан ғәмәлдәге ярҙам системаһын яйға һалырға кәрәк, тип яуапланы Владимир Путин. - Хәлде даими анализлайбыҙ. Яңы түләүҙәр алыу мөмкинлеге тураһында ла уйлайбыҙ. Ләкин ноябрҙә-декабрҙә мөрәжәғәт иткән ҡатын-ҡыҙ аҡса алмаған, тимәк, әлеге ваҡытта граждандарҙы яҡлау өсөн ойошторған түләүҙәр системаһында ҡытыршылыҡ бар тигәнде аңлата, - тине Рәсәй Президенты.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 31


    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».