• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Дөйөм Рәсәй юридик форумында сығыш яһаны 04.12.20 13:11

    Радий Хәбиров Дөйөм Рәсәй юридик форумында сығыш яһаны

    4 декабрҙә Өфөләге “Торатау” конгресс-холында V “Конституция-2020: асыҡ власть эволюцияһы” Дөйөм Рәсәй юридик форумы үтте. Уның пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны.
    Сарала шулай уҡ Юғары юридик белем сифатын күтәреү һорауҙары буйынса ведомство-ара комиссия ағзаһы, Рәсәй Юристар ассоцияцияhының Үҙәк ревизия комиссияһы рәйесе Сергей Шахрай, Юридик вуздар ассоциацияһы президенты, Рәсәй Фәндәр акдемияһының Дәүләттәр һәм хоҡуҡ институтының интеграциялы һәм цивилизациялы тикшеренеүҙәр үҙәгенең ғилми етәксеһе Сергей Байбурин, Федераль адвокаттар палатаһы вице-президенты, Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Владислав Гриб, Рәсәй юристары ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев ҡатнашты. Дәүләт Думаһы комитет рәйесе, Рәсәй юристары ассоциацияһының рәйестәше Павел Крашенинников һәм Европа Советының Хоҡуҡ һөҙөмтәлелеге буйынса Европа комиссияһы Президенты Рамин Афад оғлы Гурбанов ултырышҡа онлайн-режимда ҡушылды.

    Сарала илдәге беренсе QR-Конституцияның презентацияһы булды. Был интерактив проект илдең төп законына яңы үҙгәрештәр индереү тураһында мәғлүмәт таратыуға һәм смартфон аша уның көнүҙәк редакцияһы менән танышырға мөмкинлек бирә. QR-Конституция Башҡортостандың матди бумаған һанлы мираҫының даими элементына әйләнәсәк һәм хоҡуҡ нигеҙҙәре нормаһын аңлатып, халыҡтың киң ҡатламын биләп аласаҡ.

    QR-кодлы стеллалар Башҡорт дәүләт университетында, Күп функциялы үҙәктә, автобус туҡталыштарында һәм башҡа социаль әһәмиәтле урындарҙа ҡуйыласаҡ. Контент урынлаштырылған урынға бәйле төрлөләндереләсәк, QR-кодтар ҡала халҡын аныҡ учреждениеның эшенә йүнәлтелгән Конституция статьялары менән таныштырасаҡ. Граждандар код сканы аша өс платформаның береһенә күсә ала: Конституцияның яңыртылған редакцияһы ҡушымтаһын күсереп алыу, 2020 йылғы Конституцияға төҙәтмәләр йыйылған махсуслашҡан сайтҡа күсеү, шулай уҡ Конституцияның һәр бер бүлеге статьялары шәлкемен һайлау.

    Радий Хәбиров үҙ сығышында форумда ҡатнашыусыларҙы Юристар көнө менән тәбрикләне һәм һөҙөмтәле эш теләне.

    - Форум сиктәрендә фекер алышыуға сығарылған төп тема Конституцияға бәйле булыуы минең өсөн бик мөһим. Сөнки ул илебеҙҙең артабанғы үҫеш йүнәлешен билдәләй, – тине Башҡортостан Башлығы. – Тағы ла шуныһы ҡыуаныслы, тап Юристар көнөндә, 3 декабрҙә, Рәсәй Хөкүмәте донъяуи әһәмиәттәге фәнни-мәғариф үҙәктәре үҫешенә бәйле конкурс йомғаҡтарын иғлан итте. Ҡаты көнәркәшлек шарттарында беҙ тәүге биш лидер исемлегенә эләктек һәм юғары статусҡа эйә булдыҡ.


    28 29 30 31 1 2 3
    4 5 6 7 8 9 10
    11 12 13 14 15 16 17
    18 19 20 21 22 23 24
    25 26 27 28 29 30 31


    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».