• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы совет ултырышында сығыш яһаны 30.11.20 17:18

    Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы совет ултырышында сығыш яһаны

    30 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Ғаилә һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу советы ултырышында сығыш яһаны. Уны видеоконференция тәртибендә Федераль Йыйылыштың Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко үткәрҙе.

    Ултырышта ҡатнашыусылар ғаилә институтына ярҙам, уны үҫтереү, социаль етемлекте иҫкәртеү мәсьәләрен тикшерҙе. Үҙенең сығышында Валентина Матвиенко Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығын ғаилә сәйәсәте мәсьәләләренә комплекслы идара итеү өсөн яуап биргән ведомство сифатында ҡарарға, уны Хеҙмәт, социаль яҡлау һәм ғаилә сәйәсәте министрлығы итеп үҙгәртергә тәҡдим итте.

    Республика Башлығы Радий Хәбиров ултырышта Башҡортостандың ғаиләне һәм балаларҙы яҡлау өлкәһендәге тәжрибәһе тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, ике йыл элек төбәктәге Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ошо өлкәләге вәкәләттәргә эйә булып, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы итеп үҙгәртелде.

    – Хөрмәтле Валентина Ивановна, федераль кимәлдә ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың берҙәм координаторы кәрәклеге тураһындағы тәҡдимегеҙҙе тулыһынса хуплайбыҙ. Был эшебеҙҙең сифатын һиҙелерлек яҡшыртасаҡ, – тине ул.

    Радий Хәбиров ишле ғаиләләрҙе лә, бала тәрбиәләү мөмкинлегенән мәхрүм булғандарҙы ла телгә алды, республикала “Башҡортостан балалары – бәхет” медиа-кампанияһы ойошторолоуы, республика бюджеты иҫәбенә ЭКО ғәмәлдәренең арттырылыуы тураһында әйтте.

    Башҡортостан Башлығы билдәләгән йәнә бер проблема – мәктәпкәсә белем алыу мөмкинлеген киңәйтеү.

    – Милли проектҡа ярашлы, беҙ балалар баҡсаларын күпләп төҙөйбөҙ. Быйыл 25 баҡсаны сафҡа индерәбеҙ – республикабыҙ өсөн был рекордтыр, моғайын, – тине ул.

    Эштең мөһим йүнәлештәренең береһе – социаль етемлекте иҫкәртеү. Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙ ғаилә менән эш итеү системаһын үҙгәртеп ҡороп, “эҙемтәләрҙе яйға һалыу”ҙан алдан иҫкәртеү системаһына күстек. Һәр муниципалитетта “Ғаилә” үҙәктәре асылды.

    Республика Башлығы эскелеккә ҡаршы көрәш мәсьәләһенә лә туҡталды. Сығышының аҙағында ул пандемия шарттарында ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү кәрәклеген телгә алды.

    Валентина Матвиенко Башҡортостан Башлығына ошо мәсьәләгә етди иғтибар биргән өсөн рәхмәт әйтте, республика тәжрибәһенең һөҙөмтәлелеген билдәләне.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 31 1 2 3 4


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!