• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы төҙөкләндереү барышы менән танышты 28.11.20 11:59

    Радий Хәбиров Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы төҙөкләндереү барышы менән танышты

    28 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡариҙел районында булып, Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлы төҙөкләндереү барышын ҡараны һәм был мөһим транспорт артерияһын төҙөүгә арналған күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

    Трассаның дөйөм оҙонлоғо – 71 саҡрым. Эште бер нисә этапта башҡаралар. Былтыр октябрҙә Башҡортостан Башлығы дистанция тәртибендә Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм Ҡариҙелде урап үткән 10 саҡрымлыҡ юл участкаһында автомобиль хәрәкәтен асҡайны. Күперҙе төҙөү өсөн республика бюджетынан дүрт миллиард һум аҡса тотонолғайны.

    “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Пролипото белдереүенсә, автомобиль юлының беренсе һәм икенсе этаптарын төҙөү 2017 йылда уҡ башланғайны. Уның дөйөм хаҡы 2,8 миллиард һум тәшкил итәсәк, 2,5 миллиард һумы – федераль аҡса. Быйыл эш 40 километрлыҡ участканың бөтә һыҙатында ла алып барыла, уның өсөн “Башкиравтодор” яуап бирә.

    Радий Хәбиров билдәләүенсә, был - Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарын үҫтереүгә йүнәлтелгән иң ҙур төбәк проектының береһе. Төҙөлөш тамамланғас, был биләмә республиканың үҙәк райондары менән ышаныслы һәм уңайлы транспорт тәьминәте аласаҡ, шулай уҡ М-5, М-7 федераль трассаларына, “Яңауыл” тимер юлы станцияһына, Бөрө һәм Дүртөйлөнөң йылға порттарына бер ауырлыҡһыҙ сығып буласаҡ.

    – Яңы юл барлыҡҡа килә. Беҙ уны федераль бюджет иҫәбенә төҙөйбөҙ, үҙебеҙҙең генә көс етмәҫ ине, – тине Радий Хәбиров. – Әлегә юл төҙөүҙә эште тамамлау ваҡытына бәйле бер ни тиклем проблемалар бар. Быйыл башҡарырға тейешле бурыстар буйынса әҙерәк өлгөрмәйҙәр. Шуға күрә бөгөн бының сәбәптәрен асыҡлау өсөн кәңәшмә үткәрҙек. Әммә, халыҡҡа вәғәҙә иткәнсә, 2022 йылда был юлды сафҡа индерәсәкбеҙ. Беҙҙә бының өсөн шарттар бар.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 31 1 2 3 4


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!