Махсус версия
Баҫыу өсөн версия
Рус
Баш
En
YouTube канал
Башҡортостан Хөкүмәте
рәсми сайты
Хөкүмәт
Хөкүмәт хаҡында
Составы
Башҡарма власть органдары
Эш пландары
Эшмәкәрлек тураһындағы отчеттар
Комиссиялар
Дәүләт программалары
Хөкүмәт Аппараты
Хөкүмәт аппараты хаҡында
Структура
Дәүләт хеҙмәте
Дәүләт һатып алыуҙары
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре
Ултырыштар
Ултырыштар планы
Документтар
Ҡарарҙар
Ғәмәлгә яраҡһыҙ ҡарарҙар
Закон проекттары
Ялыу итеү (биреү) тәртибе
Барлыҡ документтар
Матбуғат хеҙмәте
Яңылыҡтар
КМС аккредитациялау
Бәйләнештәр
Фото галереяһы
Видео галереяһы
Видеорепортаждар
Online-тапшырыуҙар
/
Матбуғат үҙәге
/
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар
RSS
28.11.20 13:04
Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар клиник үҙәге төҙөлөшө тамамланыу алдында
28 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы яңы йоғошло ауырыуҙар клиник үҙәге төҙөлөшө барышы менән танышты.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 14 мең квадрат метрлыҡ майҙандағы был дауахана тәүге пациенттарҙы декабрҙә үк ҡабул итә башлаясаҡ. Әле төҙөүселәр инженер системаларын монтажлауҙы тамамлай, биҙәү эштәре башҡарыла, рентген-кабинет һәм компьютер томографияһы кабинеттары өсөн ҡорамалдар йыя.
– 1 декабргә беҙ төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлайбыҙ, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров. – Артабан ун көн дауамында эшкә ҡушыу-көйләү эштәре башҡарыласаҡ, табиптар менән бергә медицина ҡорамалдары тоташтырыласаҡ. Һәм асылыу менән беренсе пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡбыҙ.
Медицина персоналы өсөн ҡунаҡхана ла төҙөлә. Әле йылылыҡ пушкалары менән биналарҙы йылыталар, артабан эсен биҙәү эше башланасаҡ. Табиптарға урын етмәгән осраҡта, Стәрлетамаҡ хакимиәте уларға өҫтәмә йәшәү урындары табырға әҙер.
Башҡортостан Башлығы дәүләт наградалары тапшырыу өсөн төҙөүселәр исемлеген әҙерләргә ҡушты.
– Төҙөлөш эштәрен яҡшы баһалайым. Беренсенән, беҙ вәғәҙәне үтәнек – төҙөлөштө тамамлауға ике көн ҡалды. Шулай итеп, рекорд 50 көн тәшкил итәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Икенсенән, был объект Зубовтағы менән сағыштырғанда, технологик яҡтан күпкә ҡатмарлыраҡ. Бында операция яһау бүлексәһе, бала табыу блогы, балалар реанимацияһы бар. Ошондай ҙур, күп профилле госпиталь алған Стәрлетамаҡ кешеләре өсөн шатмын. Әгәр элекке технологиялар буйынса ябай дауахана төҙөһәң, был ике йыл ваҡытты биләр ине. Ә бында барыһы ла бик тиҙ эшләнде. Бынан тыш, госпиталдә яңы заманса ҡорамалдар ҡуясаҡбыҙ. Мәҫәлән, быға тиклем Стәрлетамаҡта булмаған компьютер томографын. Алдан планлаштырылмаған санавиация өсөн вертолет майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Быларҙың бөтәһе лә дөйөм алғанда ҡаланың һаулыҡ һаҡлау системаһын нығытасаҡ. Коронавирусҡа килгәндә, был йоғошло ауырыуҙар үҙәге асылғас, көньяҡ төбәк буйынса бар проблемалар хәл ителәсәк. Беҙҙең ҡурсаланыу, дистанцияла уҡыу һәм өйҙән эшләү кеүек сараларыбыҙ COVID-19-ҙы еңеүгә килтерер тип ышанабыҙ. Артабан дауахана өс ҡаланы һәм һигеҙ яҡын районды хеҙмәтләндерәсәк.
Яңылыҡтар
КМС аккредитациялау
Бәйләнештәр
Фото галереяһы
Видео галереяһы
Видеорепортаждар
Online-тапшырыуҙар
2007
2008
2009
2010
2011
2012
2013
2014
2015
2016
2017
2018
2019
2020
2021
Array
Ғинуар
Array
Февраль
Array
Март
Array
Апрель
Array
Май
Array
Июнь
Array
Июль
Array
Август
Array
Сентябрь
Array
Октябрь
Array
Ноябрь
Array
Декабрь
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
29
30
31
1
2
3
4
Граждандарҙың мөрәжәғәттәре
Электронная приемная
Коррупцияға ҡаршы эш итеү
Федеральная программа
Портал нормативных актов РБ
www.npa.bashkortostan.ru
Фото
/
ВИДЕО
Төбәк хаҡында
Асыҡ мәғлүмәттәр
Online-тапшырыуҙар
Ссылки
Написать сообщение
Жалобы на всё
Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь?
Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!
Подать жалобу