• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
     Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров гүзәл заттарҙы Әсә көнө менән ҡотланы. 29.11.20 8:02

    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров гүзәл заттарҙы Әсә көнө менән ҡотланы.

    Ҡәҙерле гүзәл әсәйҙәр! Һеҙҙе һоҡланғыс байрам – Әсә көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

    Бөгөн беҙ бөтә әсәләргә сикһеҙ һөйөү, аҡыл һәм хәстәрлек, изге өгөт-нәсихәттәре өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Ғаиләгеҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, республикабыҙ өсөн башҡарған эштәрегеҙ юғары баһаға лайыҡ.

    Башҡортостанда элек-электән ғаилә йолаларына оло ихтирам булды, ә ишле ғаилә Хоҙай Тәғәләнең оло бүләге тип ҡабул ителде. Бөгөн республикабыҙҙа 46 мең күп балалы ғаилә йәшәй, был йәһәттән Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беҙ алдынғылыҡты яулайбыҙ.

    Сәләмәтлегендә үҙенсәлектәре булған, тәрбиәгә алған балаларҙы хәстәрлек менән сорнаған, ҡаһарман улдар үҫтергән әсәләргә, әле күп ваҡытын өйҙә үткәрергә мәжбүр булған ҡәҙерле ветеран ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға тәрән рәхмәтлебеҙ. Үҙебеҙҙең яҡтан беҙ уларға һаулығын һәм рух күтәренкелеген һаҡларға булышлыҡ итәбеҙ.
    Төбәгебеҙ һоҡланғыс ҡатын-ҡыҙҙарға бай. Улар араһында педагогтар, ғалимдар, табиптар, сәнғәт эшмәкәрҙәре, эшҡыуарҙар, намыҫлы хеҙмәте менән тормошобоҙҙо яҡшыртҡан төрлө тармаҡ эшселәре бихисап. Шул уҡ ваҡытта, тәү сиратта һеҙҙең барығыҙ ҙа – әсәләр. Көндәлек хеҙмәтегеҙ, сабырлығығыҙ һәм һөйөүегеҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт.

    Беҙ әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау буйынса дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы артабан да дауам итәсәкбеҙ. Бөгөн Башҡортостанда балалы ғаиләләр 30-ҙан ашыу пособиеға һәм социаль ярҙам сараһына эйә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн киң мөмкинлектәр асыла, демографик үҫеш өсөн яңы этәргестәр барлыҡҡа килә.
    Балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, дауаханалар һәм поликлиникалар, физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре һәм мәҙәниәт йорттары төҙөү, парктарҙы һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү буйынса мөһим бурыстарҙы үтәүҙе даими контролдә тотабыҙ. Бергәләп беҙ әсәләр һәм балалар өсөн уңайлы мөхит булдырабыҙ, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙ, әсә бәхете биләмәһенә әүерлеһен өсөн байтаҡ эш башҡарабыҙ.
    Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, мөхәббәт һәм ғаиләләрегеҙҙә татыулыҡ теләйем! Байрам менән, ҡәҙерле әсәләр!

                                                  Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 31 1 2 3 4


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!