• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күсмә «Сәнәғәт сәғәте» үткәрҙе 24.11.20 12:31

    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күсмә «Сәнәғәт сәғәте» үткәрҙе

    24 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Сәнәғәт сәғәте» үткәрҙе. Ул Бәләбәйҙәге «БелЗАН» акционерҙар йәмғиәте предприятиеһы майҙансығында ойошторолдо.
                                                      ***
    «Автонормаль» заводы генераль директоры Роман Букарев Радий Хәбировты етештереү технологиялары менән таныштырҙы һәм сығарылған тауар ассортиментын күрһәтте.

    - Рәсәйҙәге һәр өсөнсө автомобиль беркетеүсе деталь Бәләбәйҙә етештерелә, – тине Роман Букарев. – Шуға күрә был автомобилде һатып алған кешеләр үҙҙәренең хәүефһеҙлегенә инана ала. Шул уҡ ваҡытта завод донъя кимәлендәге автомобиль төҙөүсе компаниялар менән хеҙмәттәшлеген дауам итәсәк. Быйыл беҙ Рәсәйҙә беренсе булып Volkswagen өсөн рәсми беркетеү деталдәре етештереүсе булдыҡ, тауарыбыҙға көнбайыш стандарттары буйынса сертификация үткәрҙек. Әле башҡа сит ил етештереүселәре менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Киләһе йылда сығарылған тауар күләмен 10 процентҡа арттыра алырбыҙ тип уйлайбыҙ.

    «Сәнәғәт сәғәте»ндә кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды: завод яңы хеҙмәткәрҙәргә мохтаж. Башҡортостан Башлығы республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына “БелЗАН” заявкалары буйынса урындағы колледждарҙа маҡсатлы рәүештә белгестәр әҙерләүҙе ойошторорға ҡушты. Шул иҫәптән ҡыҫҡа ваҡытлы курстар ҙа булырға тейеш.

    Киләсәктә предприятие авиасәнәғәт өсөн дә беркетеүсе деталдәр эшләй башларға йыйына. Төбәк етәксеһе авиапроектты киләһе «Инвестиция сәғәт»тәренең береһендә тикшерергә ҡушты. Шулай уҡ уны «Ростех» дәүләт корпорацияһының ведомство-ара эш төркөмөндә ҡарарға тәҡдим ителде.

    – «БелЗАН» – яҡшы һәм өлгөр предприятие, – тине Радий Хәбиров. – Бер нисә йыл элек бында ҙур проблемалар бар ине. Ә быйыл «БелЗАН» «АВТОВАЗ» йәмғиәте конкурсы номинацияһында яҡшы сифат һәм үҫешкә ынтылғаны өсөн еңеп сыҡты. Был бик мөһим.
                                                       ***
    Урындағы «Белавтодеталь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сафиулла Ғабдуллин автомобиль етештереүселәр яғынан заказдар артыуы арҡаһында уларҙың да яйлап етештереү күләме үҫеүе тураһында һөйләне. Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев белдереүенсә, уларҙың федераль сауҙа селтәрҙәренең береһе өсөн келәт контейнерҙары эшләй башлауына бәйле, предприятиены ысын мәғәнәһендә ҙур үҫеш көтә. Был контракт (2020 йылда – биш мең һәм 2021 йылда – 30 мең контейнер) киләһе бер нисә йылда тотороҡлолоҡ мөмкинлеге бирәсәк.

    Радий Хәбиров министрлыҡҡа предприятиеға контейнерҙар эшләү буйынса контрактты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итергә ҡушты.
                                                    ***
    Видеобәйләнеш тәртибендә үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашыусылар «Гамма» Стәрлетамаҡ предприятиеһы директоры Олег Порядов менән медицина кислородын етештереү кимәлен үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

    Компания ай һайын 330 тонна кислород етештерә, шул иҫәптән 200 тоннаһы – медицина учреждениелары заказы буйынса. 1 декабрҙән алып предприятие кислород етештереүҙе 500 тоннаға тиклем еткереүҙе планлаштыра. Республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фонды ҡарары буйынса, «Гамма» махсуслаштырылған автотранспорт алыу өсөн заем аласаҡ. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алмаш фонд сифатында дауаханалар өсөн 250 кислород баллоны аласаҡ.

    Радий Хәбиров Республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына медицина учреждениеларында кислород дефицитына юл ҡуймаҫҡа ҡушты.

    – Индустрия предприятиеларына ярҙам итеү өсөн беҙгә федераль һәм республика Сәнәғәтте үҫтереү фондтары мөмкинлектәрен әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк, – тине Башҡортостан Башлығы. – Бурысыбыҙ – предприятиелар үҫһен, етештереү кимәлен арттырһын.


    1 2 3 4 5 6 7
    8 9 10 11 12 13 14
    15 16 17 18 19 20 21
    22 23 24 25 26 27 28
    29 30 31 1 2 3 4


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!