• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Транспорт сәғәтендә» Мәскәүҙә үткән «Транспорт аҙналығы» йомғаҡтары барланды 23.11.20 17:40

    «Транспорт сәғәтендә» Мәскәүҙә үткән «Транспорт аҙналығы» йомғаҡтары барланды

    23 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртиптә сираттағы «Транспорт сәғәтен» үткәрҙе. Унда уҙған аҙнала Мәскәүҙә үткән “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форум һәм Транспорт аҙналығы йомғаҡтары буйынса фекер алыштылар.

    Башҡортостандың транспорт министры Алан Марзаев әйтеүенсә, төбәк делегацияһының эш программаһы тармаҡ конференцияларын, эшлекле осрашыуҙарҙы, мөһим инфраструктура проекттарын тикшереүҙе үҙ эсенә алды. Республика транспорт комплексы үҫешенә арналған экспозиция менән таныштырҙы.

    Радий Хәбиров менән Рәсәй транспорт министры урынбаҫары – “Росавтодор” етәксеһе Андрей Костюктың осрашыуында федераль кимәлдә Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү проекты хупланды. Башҡортостан Башлығының “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте генераль директоры Олег Белозеров менән һөйләшеүе барышында яҡтар Өфө тимер юл вокзалын реконструкциялауҙы дауам итеү һәм Өфөнө көньяҡтан урап үткән тимер юлды яңыртыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты.

    Радий Хәбиров республика Хөкүмәте вице-премьеры Рәйеф Әбдрәхимовҡа, Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына һәм Башҡортостан экспозицияһын ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте.

    “Транспорт сәғәте”ндә Өфөләге йәмәғәт транспорты паркын яңыртыуҙы тикшерҙеләр. Киләһе йыл ҡалала иҫке автобустарҙы тулыһынса яңыртыу күҙаллана. Бының өсөн 120 яңы машина кәрәк. Уларҙы лизинг шарттарында һатып алырға мөмкин.

    “Башавтотранс”тың генераль директоры Надир Сәмиев предприятие үҙ иҫәбенә автопаркты яңыртыу программаһын тормошҡа ашыра башлауы тураһында белдерҙе. 1 ноябргә ул 120 миллион һум йүнәлтеп, 220 автобусты ремонтлаған. Ноябрҙә газ двигателе ҡуйылған 56 берәмек техниканы ремонтларға ниәтләйҙәр.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!