• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    23.11.20 10:18

    Октябрь һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 100,5 процентҡа еткән

    23 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында 2020 йылдың 10 айы йомғаҡтары буйынса төбәктәге социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәре менән таныштырҙы.

    Октябрь һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт етештереүе индексы 100,5 процентҡа еткән (10 ай эсендә дөйөм алғанда – 97,1 процент) һәм уртаса ил күрһәткестәрен үтеп киткән. Ыңғай динамиканы металлургия, автотранспорт, кейем, электр ҡорамалдары һәм дарыуҙар етештереү тармаҡтары күрһәткән.

    – Был күрһәткестәр беҙгә ышаныс өҫтәй. Минеңсә, яйлап аяҡҡа баҫа башлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙең етештереүҙе туҡтатмауыбыҙ һәм иҡтисадҡа өҫтәмә ярҙам төрҙәре күрһәтеүебеҙ ыңғай һөҙөмтә бирә.

    Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан Хөкүмәте иҡтисади тотороҡлоҡто нығытыу өсөн өсөнсө пакет ярҙам төрҙәрен әҙерләп бөтәсәк. Ул яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 18,5 миллиард һум тәшкил итәсәк.

    Төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә етештереү күләме кәмегән сәнәғәт тармаҡтарын анализларға ҡушты. Ундайҙар араһында – йыһаздар етештереү һәм полиграфия эшмәкәрлеге бар.

    Ауыл хужалығы тауары күләме ғинуар-октябрь айҙарында 3,9 процентҡа артҡан. республикала мал һәм ҡош, һөт, иген культураларын етештереү күләмен арттыралар.

    – Элекке йылдарҙа беҙҙең ауыл сәнәғәте комплексы 100 процентҡа тиклем етә аламай ине. Тик “Ауыл сәғәте”, “Инвестиция сәғәте” форматындағы тематик кәңәшмәләр арҡаһында беҙ тармаҡҡа системалы ярҙам ойоштора алдыҡ. Был йүнәләштә артабан юғарыраҡ темптар менән барырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

    Торлаҡ төҙөлөшө буйынса ла республикала ыңғай динамика күҙәтелә. Үҫеш – 11,9 процент тәшкил итә. Инвестициялар йәлеп итеү тенденцияһы шулай уҡ ыңғай һаҡлана. Был күрһәткес дүрт процентҡа яҡшырған.

    – Дөйөм Рәсәй кимәлендә инвестиция эшмәкәрлеге кәмеүгә ҡарамаҫтан, беҙҙең республика ыңғай күренеш күҙәтелә. Был иҡтисадтағы бик мөһим күрһәткес, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ мотлаҡ рәүештә коронавирустың ауыр осорон үтәсәкбеҙ, шуға күрә бөгөндән киләсәкке үҫеш тураһында уйларға тейешбеҙ. Инвестициялар – был беҙҙең киләсәк уңыштарҙың иҡтисади нигеҙе.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!