• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ковидҡа ҡаршы ситуациялар үҙәге беренсе аҙнала 5647 мөрәжәғәтте эшкәрткән 23.11.20 10:46

    Ковидҡа ҡаршы ситуациялар үҙәге беренсе аҙнала 5647 мөрәжәғәтте эшкәрткән


    Ковидҡа ҡаршы ситуациялар үҙәге беренсе аҙнала граждандарҙан 5647 шылтыратыу ҡабул иткән һәм эшкәрткән. Был турала Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында үҙәктең координаторы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары Риммә Үтәшева белдерҙе.

    Шылтыратыуҙарҙың 43 процентының һорауҙары амбулатор ярҙамға бәйле. Кешеләр табипҡа яҙыла йә уларҙы өйөнә саҡырта алмай. Мөрәжәғәттәрҙең 21 проценты коронавирус инфекцияһына биргән анализдар һөҙөмтәһен ала алмауға бәйле. Мөрәжәғәт итеүселәрҙән 10 процентын дарыуҙар менән тәьмин итеү проблемаһы борсой. 7 процент шылтыратыусыларҙың яҡындары ковид-госпиталдәрҙә ята һәм уларҙың хәлен белешә алмайҙар. Әйткәндәй, хәл үҙәге хеҙмәткәрҙәре был мәғлүмәттәрҙе туғандарына еткерә.

    – Беҙ шылтыратыуҙарҙың 86 процентын үҙебеҙ эшкәрттек һәм дауалау учреждениелары менән Һаулыҡ һаҡлау министрлығына көсөргәнеш тыуҙырманыҡ. Тик 14 процент осраҡта ғына уларҙы йәлеп иттек, был больничный ҡағыҙҙарына бәйле һорауҙар ине. Беҙҙең эшмәкәрлек – әлеге ваҡытта халыҡ өсөн дә, дауалау учреждениелары өсөн дә бик кәрәк. Беҙ социаль көсөргәнеште кәметеп кенә ҡалмайбыҙ, дауалау учреждениеһы эшен дә еңеләйтәбеҙ. Артабан да эшебеҙҙе ошолай дауам итәсәкбеҙ, – тине Римма Үтәшева.

    Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Ковидҡа ҡаршы колл-үҙәк 16 ноябрҙә «Торатау» Конгресс-холында эшләй башланы. Ул ялһыҙ иртәнге 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләй. Унда 218-19-19 номеры буйынса шылтыратырға һәм тиҙ арала квалификациялы ярҙам алырға була.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!