• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Пасха байрамы менән ҡотланы 19.04.20 0:01

    Радий Хәбиров Пасха байрамы менән ҡотланы

    Ҡәҙерле дуҫтар!

    Башҡортостан Республикаһында йәшәүсе православие христиандарын Изге Пасха байрамы менән ҡотлайым.

    Халҡыбыҙ йолаларында бер ваҡытта ла әһәмиәтен юғалтмаған байрамдар бар. Ғүмерҙең мәңгелек ҡиммәттәрен кәүҙәләндергән, иң яҡшы кешелек сифаттарын уятҡан Пасха ла, һис шикһеҙ, шундайҙар иҫәбенән.

    Быйыл Пасханы байрам итеү, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә кешелек яңы коронавирус сиренә ҡаршы көрәшкән осорға тура килде. Әгәр иң яҡшы кешелек сифаттарын сағылдырып, яҡындарыбыҙҙың ғүмере, һаулығы өсөн көрәштә берләшһәк, беҙ был афәткә бирешмәҫбеҙ.

    Граждандарҙың һаулығын һаҡлағандарға - медицина, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә, ирекмәндәргә айырым рәхмәтемде белдерәм. Юғары ойошҡанлыҡ, тәртип һәм үҙ-ара ярҙамсыллыҡ беҙгә ябай булмаған хәлде яйға һалырға булышлыҡ итер тип ышанам.

    Беҙ быуаттар төпкөлөнән килгән әхлаҡи нигеҙҙәрҙе, йәмғиәттә үҙ-ара ихтирам, туғандарса берҙәмлек, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған Рус Православие Сиркәүенең һәм республикабыҙҙағы бөтә дини берекмә вәкилдәренең эшмәкәрлеген юғары баһалайбыҙ.

    Пасха – ул мәңгелек һөйөү, тыныслыҡ һәм изгелек символы! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, алдағы көнгә ышаныс теләйем.

    Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!




    Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».