• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров онлайн форматта «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәтен» үткәрҙе 13.04.20 17:26

    Радий Хәбиров онлайн форматта «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәтен» үткәрҙе

    13 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн форматта «Төҙөлөш һәм транспорт сәғәтен» үткәрҙе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар социаль объекттар төҙөү планын ҡайтанан ҡарап сығыу тураһында фекер алышты. Бюджет сығымдары иҡтисади тотороҡлолоҡто тәьмин итеүгә  йүнәлтелеү сәбәпле социаль объеттар төҙөлөшө графигында үҙгәрештәр буласаҡ.

    ***
    Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар хоҡуғын яҡлау фонды директоры Дамир Миңнебаев проблемалы йорттар тураһында бәйән итте. Исемлектә 128 йорт, уларҙың 23-ө буйынса федераль фондтан аҡса көтөлә. Тағы ла 63 йортто төҙөп бөтөү өсөн федераль сығымдарға ғаризалар әҙерләнгән. Ҡалған йорттар әле эш алып барған төҙөүселәр тарафынан һалынып бөтөргә тейеш.
    –    2020 йылда 26 йортта төҙөлөш тамамланыр тип көтөлә, йәмғеһе меңдән ашыу өлөшсө фатир асҡыстары аласаҡ, – тине Дамир Миңнебаев.
    Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең эксперт советына юл картаһын ентекле өйрәнергә ҡушты, тағы ла видеокәңәшмәләрҙә өлөшсөләр ҙә ҡатнашһын тип тәҡдим итте.


    ***
    Республика Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары – иҡтисад һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән төҙәтмәләр менән таныштырҙы. 2020 йылға РАИП өсөн бүленгән бюджет күләме 23,3 млрд һум, уларҙың 4,2 млрд һумы – федераль бюджеттан. Төҙөлөш планына индерелгән төҙәтмәләр 46 объектҡа ҡағыла. Физик культура, спорт, мәғариф һәм мәҙәниәт тармағына ҡараған ҡайһы бер объекттарҙы төҙөү ваҡытлыса кисектерелә. Шулай уҡ 2021 һәм 2022 йылға ҡаралған пландарға төҙәтмәләр индереләсәк. Шул уҡ ваҡытта бер генә объектта исемлектән төшөп ҡалмаясаҡ.

    ***
    Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ  идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов республика юлдарындағы хәлдәр тураһында һөйләне. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала юл-транспорт ваҡиғалары һаны кәмей.
    2020 йылдың беренсе кварталында төбәк юлдарында 85 кеше һәләк була. Былтырғы йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 8 кешегә әҙерәк. Динар Ғилметдинов әйтеүенсә, был авария хәүефе тыуҙырған урындарҙы кәметеү буйынса алып барылған комплекслы эш һөҙөмтәһе.
    Башҡортостандың транспорт һәм юл төҙөлөшө буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән һәр осраҡ махсус комиссия тарафынан өйрәнелеүен билдәләп үтте. Ведомство термопластик ярҙамында юл тамғалары һыҙыу, видеокамералар урынлаштырыу буйынса эште дауам итә. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем Башҡортостан буйынса 15 мең юл билдәләре урынлаштырыласаҡ.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».