• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусылары өсөн дистанцион дәрес үткәрҙе 06.04.20 10:01

    Радий Хәбиров Башҡортостан уҡыусылары өсөн дистанцион дәрес үткәрҙе

    6 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика уҡыусылары өсөн асыҡ дәрес үткәрҙе. Төбәк етәксеһе ошо рәүешле яңы сиреккә старт бирҙе, белем биреү беренсегә дистанцион форматта үтә. Ул коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау өсөн күрелгән профилактика сараларының береһе.

    – Шулай килеп сыҡты, бөгөн республикалағы 450 мең уҡыусы каникулдан һуң белем алыуҙы дистанцион форматта дауам итә. Был беҙҙең өсөн беренсе, әйтергә кәрәк, бик ҡыҙыҡлы, шул уҡ ваҡытта бик ҡатмарлы тәжрибә. Белем алыу өсөн һеҙгә мөмкин тиклем уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыштыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн бик күп нәмә һеҙҙән тора. Һеҙҙең киләсәк – яңы форматта белем алыуға яуаплы ҡарашығыҙға ла бәйле. Әле – геройҙар мәле. Батырлыҡты дәлиләү өсөн ысын кеше булып ҡалыуығыҙ һәм яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға ярҙам итеүегеҙ кәрәк. Бик күп йылдар үткәс, үҙегеҙ атай-әсәй булғас, оло ғорурлыҡ менән ошо ваҡыт, үҙегеҙҙең яуаплылыҡ тураһында һөйләрлек булһын.

    Тәүге дәресте БСТ, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө» һәм UTV телеканалдарында ҡарарға мөмкин. Беренсе класс уҡыусылары өсөн телевизион дәрестәр көн һайын күрһәтеләсәк.

    Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала дистанцион белем биреүҙең бер-нисә варианты тәҡдим ителә: онлайн дәрестәр, электрон почта аша һәм ҡағыҙ кейстар ярҙамында.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».