• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында өҫтәмә сараларҙы раҫланы 25.03.20 18:00

    Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында өҫтәмә сараларҙы раҫланы

    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика биләмәһендә коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен кәметеү маҡсатында өҫтәмә сараларҙы раҫланы. Улар 26 марттан үҙ көсөнә инә.

    Шулай итеп, сит илдән ҡайтҡандар 14 көн үҙаллы изоляцияға китергә, эшкә, йәмәғәт урындарына йөрөмәҫкә тейеш. Ошо уҡ сара 65 йәштән өлкән, эшләмәгән оло йәштәгеләргә лә кәңәш ителә.

    23 марттан 1 апрелгә тиклемге мәктәп каникулында өҫтәмә белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлеге туҡтатыла. 2 апрелдән белем биреү учреждениелары дистанцияла уҡытыу формаһына күсергә тейеш.

    Документ шулай уҡ күңел асыу һәм ял учреждениеларының, физкультура һәм спорт объекттарының, шул иҫәптән бассейндарҙың, фитнес-үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген туҡтата.

    Унан тыш, йәмәғәт туҡланыуы урындарында залда 50 һәм унан да күберәк кешеләр бер юлы булырға тейеш түгел. Иҫәпләшеү формаһы күп осраҡта ҡулаҡсаһыҙ булырға, кешеләрҙе дистанцияла хеҙмәтләндереүгә өҫтөнлөк бирелергә тейеш.

    Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына бушлай туҡланыуға хоҡуғы булған балаларға аҙыҡ-түлек йыйылмаһын биреүҙе ойоштороу зарур, шул иҫәптән дистанцияла белем алған осорҙа ла.

    Республиканың Сәнәғәт һәм энергетика, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы индивидуаль һаҡланыу саралары менән тәү сиратта медик-инфекционистарҙы тәьмин итергә тейеш.


    26 27 28 29 30 31 1
    2 3 4 5 6 7 8
    9 10 11 12 13 14 15
    16 17 18 19 20 21 22
    23 24 25 26 27 28 29
    30 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».