• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова менән осрашыу 13.03.20 19:09

    Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова менән осрашыу

    13 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова менән осрашты. Яҡтар республикала милли проекттарҙың тормошҡа ашырылыуы тураһында фекер алышты.
    Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе Республика кардиология диспансерының яңы корпусын төҙөүҙө Федераль адреслы инвестиция программаһына индерергә, шулай уҡ беренсел медицина-санитар ярҙам хеҙмәтен модернизациялауға федераль ярҙам күрһәтеүҙәрен һораны.Тағы ла орфан ауырыуҙар исемлеген киңәйтергә тәҡдим итте. Был орфан сирлеләргә федераль бюджет иҫәбенә дауаланырға һәм дарыуҙар менән тәьмин итергә булышлыҡ итер ине.
    Татьяна Голикова менән Радий Хәбиров Башҡортостанда донъяуи әһәмиәттәге фәнни-мәғариф үҙәрен булдырыу һәм мәктәп, балалар баҡсаларын төҙөүгә айырым иғтибар бүлде.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки