• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллығы 12.03.20 16:16

    Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллығы

    12 мартта «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ойошторолоуҙың 25 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

    Юбилей сараһында Федерация Советы ағзалары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ғалимдар ҡатнашты.

    - Беҙ барыбыҙ ҙа иҫләйбеҙ, республика парламенты ябай булмаған ваҡытта ойошторолдо. Артта ҡалған 25 йыл тотош ил өсөн һынылыш, сәйәси системаны, иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртеп-ҡороу, социаль катаклизмдар осоро булды, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ республикала тотороҡлолоҡто һаҡлап ҡалдыҡ. Иҡтисадты һәм төбәкте үҫтереү өсөн нигеҙ һалдыҡ, халыҡтың йәшәү кимәле ҡырҡа насарланып китмәһен өсөн шарттар тыуҙырҙыҡ. Бында беҙҙең Дәүләт Йыйылышының да өлөшө ҙур. Һеҙгә артабан да төбәк парламентында булдырылған матур йолаларҙы һаҡлап, республика халҡы мәнфәғәтен беренсе урынға ҡуйып, берҙәм, һөҙөмтәле эшләүегеҙҙе теләйем.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки