• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы 10.03.20 11:42

    Радий Хәбиров Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

    Республика район-ҡалаларында санитар-эпидемиологик торошто яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта төбәк етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе.

    Документҡа ярашлы, ҡала-район хакимиәттәренә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәре ойоштороу кәңәш ителә. Ул ихата, урамдарҙы, баҡса, парктарҙы һәм башҡа йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереүҙе күҙаллай.

    Йыл һайын 1 апрелгә тиклем муниципаль берәмек хакимиәттәре Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Таҙалыҡ көндәре үткәреү буйынса саралар планын ебәрергә тейеш.

    – Беҙ айырым муниципаль берәмектәр миҫалын өйрәндек. Өлгө итеп Әлшәй, Учалы райондарын килтерә алабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙа һәр бер предприятие бер сәғәткә эшселәрен тәғәйен биләмәне таҙартыу өсөн бүлә. Һөҙөмтәлә күрәбеҙ, Учалы – иң таҙа һәм бөхтә ҡала. Ошо тәжрибәне беҙ тотош республика буйынса таратырға булдыҡ.

    Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә өс тапҡыр дөйөм республика экология өмәләре (18 апрель, 4 июль һәм 3 октябрь), 16 Таҙалыҡ көнө һәм ике тапҡыр «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын үткәреү күҙаллана. Бынан тыш, 2 апрель Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки