• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров «Әсәлек даны» миҙалы тапшырҙы 04.03.20 15:45

    Радий Хәбиров «Әсәлек даны» миҙалы тапшырҙы

    4 мартта Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарға «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Тантаналы сара 8 март байрамы уңайынан ойошторолдо. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә – уҡытыусылар, шәфҡәт туташтары, тәрбиәселәр, ашнаҡсылар һәм хужабикәләр. Төбәк етәксеһе уларҙы яҡынлашып килгән байрам менән тәбрикләне. Республикала бөтәһе 46 меңдән ашыу күп балалы әсә иҫәпләнеүен, ишле ғаиләләр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләүен һыҙыҡ аҫтына алды.

    - Һеҙҙең ғаиләләрҙә дөйөм алғанда 251 бала тәрбиәләнә. Уларҙың барыһы ла һау-сәләмәт, аҡыллы, бәхетле, яҡшы кешеләр, намыҫлы эшсәндәр булып үҫһен, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ артабан да ауыл-ҡалаларыбыҙҙы төҙөкләндереүҙе һәм күркәмләндереүҙе дауам итербеҙ. Уларҙа балалар сифатлы белем алһын, аҡыллы һәм сәләмәт булып үҫһен, яратҡан һөнәрен тапһын, ныҡлы ғаилә ҡорһон өсөн яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, дауаханалар һәм поликлиникалар, мәҙәниәт һәм спорт үҙәктәре төҙөрбөҙ.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».