• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Ҡанатлан!» икенсе мәктәп мәғарифы форумы 28.02.20 15:46

    «Ҡанатлан!» икенсе мәктәп мәғарифы форумы

    28 февралдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ҡанатлан!» икенсе мәктәп мәғарифы форумында ҡатнашты.
    Төбәк етәксеһе башта күргәҙмә менән танышты, артабан пленар ултырышта сығыш яһаны, бер төркөм педагогтарға дәүләт наградалары тапшырҙы.
    ***
    Пленар ултырышта форум сиктәрендә ойошторолған дискуссия майҙансыҡтарында ҡатнашыусыларҙың вәкилдәре үҙ тәҡдимдәрен яңғыратты. Улар күтәргән башланғыстар балаларҙың психологик сәләмәтлеге, мәктәп туҡланыуы, хәүефһеҙлек, физкультура һәм спортты үҫтереү кеүек актуаль һорауҙарға бәйле. Бынан тыш айырым майҙансыҡта мәктәп формаһы һорауы ҡаралды.

    ***
    Үҙ сығышында Радий Хәбиров был форумдың мөһимлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

    – Форумды үҙебеҙҙе борсоған һорауҙар буйынса фекер алышыу өсөн ойошторабыҙ, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеп артабан уларҙың үтәлешен контролдә тотабыҙ. Сөнки күтәрелгән темалар буш һүҙ булып ҡалырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. – Иң яҡшы практикаларҙы өйрәнеү, Рәсәй мәғариф системаһы вәкилдәре менән аралашыу беҙҙең өсөн бик мөһим.

    Радий Хәбиров айырым иғтибарҙы мәктәп туҡланыуы темаһына бүлде. Ил Президенты Владимир Путиндың башланғыс класс уҡыусыларын бушлай туҡландырыу инициативаһын киң йәмәғәтселек хуплап ҡаршыланы тине һәм 1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә башланғыс синыф уҡыусылары бушлай туҡлана башлаясағын белдерҙе. Ул шулай уҡ биш көнлөк уҡытыуға күсеүҙе ыңғай баһаланы. Мәктәптәрҙе уҡыусыларға конкурентлы өҫтөнлөктәргә эйә булырға форсат биргән «Ҡанатлан!» проектында әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Бөгөн проектҡа 71 мәктәп ҡушылған. Ошо проект сиктәрендә 2024 йылға тиклем 16 бассейн төҙөү ҡаралған. Шулай уҡ 2024 йылға тиклем 200 белем биреү усағы «Мәктәптәргә – спорт көрәше» программаһына ҡушыласаҡ.

    – Мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын тергеҙеү буйынса эш алып барабыҙ. Был Рәсәй кимәлендә уникаль башланғыс, – тине төбәк етәксеһе. – Бер йыл эсендә беҙ 61 кабинет йыһазландырҙыҡ.

    Радий Хәбиров шулай уҡ балаларҙың смартфондар менән саманан тыш ныҡ мауығыуына айырым туҡталды. Әммә уларҙан баш тартыу һорауын һәр кем үҙе ирекле хәл итергә тейеш тине. Мәктәп формаһына килгәндә, Рәсәйҙә берҙәм форма һайлау тәжрибәһе бар. Был һорау ҙа айырым ҡарашты талап итә. Шуға был тәҡдимде ул айырым бер районда һынау рәүешендә индерергә тәҡдим итте.

    Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инклюзив белем биреү һәм үҫмерҙәр араһында енәйәт темаларына иғтибар бүлде. Сығышын тамамлап, сираттағы форумды белем биреү сифатына арнарға тәҡдим итте.





    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».