• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Бөрйән районында ҡояш электр станцияһы асылды 26.02.20 14:05

    Бөрйән районында ҡояш электр станцияһы асылды

    26 февралдә Өфөлә XIX Рәсәй сәнәғәт форумы асылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
    Форум сиктәрендә Бөрйәндә ҡояш электр станцияһы асыу тантанаһы үтте. Европалағы иң ҙур гибрид ҡояш электр станцияһын асыу видеоэлемтә форматында ойошторолдо.

    – Ҡояш энергетикаһын ҡулланыу буйынса беҙ Рәсәйҙә беренселәр рәтендә. Был йүнәлештә эшебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Әле Стәрлебаш районында ҙур ҡояш станцияһы төҙөлә. Артабан да ошондай объекттар сафҡа инәсәк, сөнки климат шарттары беҙгә шундай мөмкинлек бирә, – тине Радий Хәбиров. – Бөрйән районы өсөн ҡояш электр станцияһы оло ярҙам. Йыш ҡына ут һүнеү сәбәпле урындағы халыҡ көнкүрештә ҡыйынлыҡтар кисерә ине. Хәҙер уларҙы электр энергияһы менән тотороҡло рәүештә тәьмин итеү мөмкинлеге тыуҙы.

    Форум сиктәрендә Радий Хәбиров һәм «Хэвел» төбәк регенерацияһы» генераль директоры Зоя Санджиева хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Бөрйән ҡояш электр станцияһынан тыш «Хэвел» компанияһы тағы ла өс инвестиция проектын тормошҡа ашырҙы. Хәйбуллала – Бүребай, Көйөргәҙе районында Бөгөлсән, Ейәнсурала Иҫәнғол ҡояш электр станциялары сафҡа инде. Дөйөм инвестиция күләме 5 млрд һум тәшкил итте.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».