• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров «Һанлы сәғәт» форматында тәүге кәңәшмә үткәрҙе 26.02.20 15:19

    Радий Хәбиров «Һанлы сәғәт» форматында тәүге кәңәшмә үткәрҙе

    26 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Һанлы сәғәт» форматында тәүге тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар комплекслы видеокүҙәтеү системаһын үҫтереү мөмкинлектәре, Өфөлә «аҡыллы туҡталыштар» эшен камиллаштырыу, шулай уҡ юл хужалығы менән идара итеүҙә һанлы платформаны ҡулланыу песрспективалары тураһында фекер алышты.
    Тематик сәғәт республика етәксеһе башланғысы менән ойошторола. Радий Хәбиров фекеренсә, һанлы форматҡа күсеү – иҡтисад үҫешен тәьмин итеүсе төп йүнәлештәрҙең береһе.

    – Мин «Һанлы сәғәт» форматында ла кәңәшмәләр үткәрергә хәл иттем. Сөнки тап ошо йүнәлештә бөтәһенә лә – Хөкүмәткә, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Дәүләт Йыйылышына, эксперттар һәм ойошма етәкселәренә берләшергә кәрәк. Әле һанлы иҡтисад тураһында беҙ күберәк һөйләйбеҙ, аныҡ эштәргә күсергә ваҡыт, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, алдағы йылдарҙа башҡарылған эштәр арҡаһында Башҡортостан Рәсәй кимәлендә ярайһы яҡшы иҫәптә. Уңыштар бар, уны танырға кәрәк. Әммә ваҡыт бер урында тормай, башҡарылған эштәр бөгөн яңыртыуҙы талап итә.


    29 30 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 31 1 2


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».