• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров республика йәштәрен студенттар отрядтары көнө менән ҡотланы 18.02.20 15:35

    Радий Хәбиров республика йәштәрен студенттар отрядтары көнө менән ҡотланы

    18 февралдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй студенттар отрядтары көнөнә арналған сарала ҡатнашты.

    Төбәк етәксеһе республика юғары уҡыу йорттарында эшләп килгән студенттар отрядтарының командирҙар штабы менән осрашты, уларҙы байрам менән тәбрикләне, үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

    – Ҡабул ителгән ҡануниәт сиктәрендә студотряд ағзаларына ниндәйҙер ташламалар тәғәйенләргә булыуы тураһында мотлаҡ уйлашырбыҙ, – тине республика етәксеһе. – Республика предприятиелары етәкселәре менән һеҙҙе үҙҙәренә йәлеп итһендәр өсөн һөйләшәсәкбеҙ. Бәлки студенттар отрядтарына ярҙам тураһында закон ҡабул итербеҙ. Сөнки йәш егет-ҡыҙҙар өсөн дә, эш биреүселәргә лә аныҡ мотивация кәрәк.

    Рәсәй студенттар отрядтары көнөнә арналған сара артабан тамашалар залында дауам итте. Радий Хәбиров үҙ сығышында Башҡортостанда студенттар отряды хәрәкәтенең актив рәүештә үҫешеүен һыҙыҡ аҫтына алды. Республика иҡтисадын үҫтереүгә артабан да тос өлөш индерһендәр өсөн тейешле саралар күреләсәк тип белдерҙе. Байрам уңайынан Башҡортостан Башлығы бер төркөм ветерандарға һәм хәрәкәт активистарына дәүләт наградалары тапшырҙы.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки