• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Әлшәй районына эш сәфәре 12.02.20 10:17

    Әлшәй районына эш сәфәре

    12 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Әлшәй районында булды. Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы предприятиелары, мәғариф һәм спорт учреждениелары эшмәкәрлеге һәм социаль объекттар төҙөлөшө менән танышты.
    ***
    Ким ауылында Радий Хәбиров Аксён агросәнәғәт колледжында булды. Уҡыу йорто ойошторолоуға 120 йыл, әле унда 870 кеше белем ала. Колледжда агрономия, ветеринария, умартасылыҡ, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү технологияһы йүнәлештәре буйынса белем бирелә. Шулай уҡ иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы-кондитер, тракторсы-машинист һөнәрҙәре буйынса әҙерлек алып барыла.
    Радий Хәбиров уҡыу йортоноң заманса ҡорамал менән йыһазландырылған лаборатория комплексын ҡараны. Колледж директоры Ришат Абдулвәлиев республика етәксеһенә оҫтаханаларҙы йыһазландырыу  өсөн 47,5 миллион һум күләмендә грант отоуҙары тураһында һөйләне.
    Колледж студенттары «WorldSkills Russia» хәрәкәтендә ҡатнаша. 2019 йылдың февралендә уҡыу йорто донъяуи кимәлгә тап килгән оҫтаханаларҙы йыһазландырыу өсөн гранттар конкурсында ҡатнаша һәм еңеүсе була. Проект сиктәрендә биш оҫтахана «Агрономия», «Ауыл хужалығы биотехнологиялары», «Сити-Фермерлыҡ», «Ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу», «Ветеринария» компетенциялары буйынса WorldSkills Russia стандарттарына ярашлы йыһазландырыла.
    Аксен агросәнәғәт колледжында ветеринарҙар әҙерләү өсөн уҡыу үҙәген ойоштороу планлаштырыла. Был эш  «Таврос» компаниялар төркөмө менән берлектә алып барыла. Ул студенттар практик белем алырға тейешле мини-ферма рәүешендә була. Артабан улар етештереү майҙансыҡтарында стажировка үтә, уҡыуҙарын тамамлағас, Башҡортостан ит компанияһының малсылыҡ комплекстарында эш урындары тәҡдим ителә.
    Тағы ла бер эре проектты «Башҡорт бройлеры» акционерҙар ойошмаһы тормошҡа ашыра. Компания районда заманса ҡошсолоҡ комплексы төҙөй. Унда йылына 106 млн йомортҡа һәм 130 мең тонна бройлер ите етештереләсәк. Объекттың беренсе сиратын августа сафҡа индереү күҙаллана.  Дөйөм алғанда проект сиктәрендә комплекста 2 мең яңы эш урыны булдырыласаҡ. Радий Хәбиров яңы предприятиеға бәйле һорауҙарҙы «Инвестиция сәғәтендә» ҡарарға тәҡдим итте.
    ***

    Башҡортостан башлығы Әлшәй районы буйлап эш сәфәре барышында Шафран ауылындағы туғандар ҡәберлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды.
    Шафранда 1942 йылдан һуғыш яланында яраланған һалдаттарҙы дауалау өсөн эвакогоспиталь эшләгән. Үлгән һалдаттар туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Һуғыштан һуң был урын тимер ҡойма менән уратып алынған. 1972 йылда һалдаттарҙың исеме, тыуған һәм вафат булған йылы яҙылған 369 мемориаль плита ҡуйылған.
    Радий Хәбиров ошонда уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ғәлинур улы Ғөбәйҙуллин менән аралашты. Ул 1926 йылдың 8 июлендә Ниғмәтулла ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Дәүләкән педагогия училищеһында уҡыған, ләкин мохтажлыҡ кисергәнгә күрә уҡыуын туҡтатырға тура килгән. Балҡан ауылына ҡайтып, колхозда төрлө эштәрҙә, һуңынан Әбдрәшит МТС-ында тракторсы булып эшләгән. 1944 йылдың мартында Рәшит Ғөбәйҙуллин армияға алынған, Кавказ аръяғы фронтына эләккән. Сталин немец ғәскәрҙәрен Баҡыға индермәҫкә тигән бойороҡ биргән. Артиллеристарға, аэростатчиктарға, прожекторсыларға дошман самолеттарын күҙәтеү бурысы ҡуйылған. Еңеү көнөн Баҡыла ҡаршылаған. Һуғыштан һуң «Межколхозстрой»ҙа, Өфө төҙөлөш ойошмаһында һәм 30 йыл ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры булып эшләгән.
    Радий Хәбиров ветеранды 9 майҙа Еңеү парадында ҡатнашыу өсөн Өфөгә саҡырҙы, ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге теләне һәм уға телевизор бүләк итте.
    ***
    Март аҙағында Раевка ауылында яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асыласаҡ. 25 метр оҙонлоғондағы бассейн, баскетбол, волейбол, гандбол, мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн спорт залы бар. Объекттың хаҡы 145 млн һум.
    Радий Хәбиров физкультура-һауыҡтырыу комплексында тәү сиратта балалар шөғөлләнергә тейеш тине. Хакимиәт башлығы Дамир Мостафин әйтеүенсә, районда балалар өсөн бөтә секциялар һәм түңәрәктәр бушҡа ойошторола. Яңы комплексты иһә балалар ҙа, ололар ҙа түҙемһеҙләнеп көтә. Ике йылдан район үҙәгендә шулай уҡ ябыҡ типтағы боҙ майҙансығы барлыҡҡа киләсәк. Яһалма боҙ менән ҡапланасаҡ майҙанда йәш хоккейсылар йыл әйләнәһенә шөғөлләнә аласаҡ. Радий Хәбиров «Ыласын» спорт һарайында булғандан һуң шундай фекерен еткерҙе. Бында «Дим» хоккей клубы эшләп килә, унда 120 бала шөғөлләнә. Дөйөм алғанда Әлшәй районында хоккей менән 500 үҫмер мауыға, белем биреү мәктәптәре эргәһендә 23 хоккей майҙансығы эшләп килә. Әммә шарттар булмағас, спорттың был төрө менән йылына 4 ай ғына шөғөлләнә.

    ***
    Район үҙәгендә төбәк етәксеһе «Исток» ауыл хужалығы кооперативы эшмәкәрлеге менән танышты. Ул һөт йыйыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнә. Кооператив етәксеһе Пётр Николаев әйтеүенсә, һөт эшкәртеү һәм һаҡлау, шулай уҡ май, ҡаймаҡ, эремсек эшләү өсөн ҡорамалдар һатып алыу планлаштырыла. Ошо маҡсатҡа кооператив 10,5 млн һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Етештереү цехы яңы бинала урынлашасаҡ, 360 кв. м майҙанды тәшкил итәсәк объект төҙөлә башлаған.
    ***
    Ринат Зарипов Әлшәй районында 20 йылдан ашыу эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Ул икмәк һәм ҡамыр ризыҡтары етештерә. Сифатлы продукция ҙур һорау менән файҙалана. Тотороҡлолоҡ предприятиены үҫтерергә мөмкинлек бирә. Эшҡыуар 18 млн һум аҡсаны яңы икмәкхана һәм келәт төҙөүгә йүнәлткән.
    Республика етәксеһе продукция төрҙәре менән танышты, коллектив менән аралашты һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа өҫтәмә ярҙам саралары тураһында фекер алышты.
    ***
    Раевка ауылында республика етәксеһе «Уңайлы ҡала мөхите» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән ял паркында булды. Бында балаларға юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйтәреү буйынса ҡаласыҡ та булдырылған. Хәрби-диңгеҙ флоты, һауа-десант ғәскәрҙәре, ил һаҡсылары һәм Афған яугирҙәренә стела ҡуйылған.
    ***
    Эш сәфәре һуңында Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин менән биләмәләрҙе үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты. Район етәксеһе муниципаль берәмектең социаль-иҡтисади күрһәткестәре менән таныштырҙы. Район дауаханаһының матди-техник базаһы нығытылған. Ә Ҡаҙансы һәм Таштүбә ауылдарында фельшер-акушерлыҡ пунктары авария хәлендә. Башҡортостан Башлығы уларҙы 2020 йыл планына индереп төҙөкләндерергә ҡушты. Шулай уҡ ул ике аҙна эсендә ябыҡ типтағы боҙ майҙансығы проектын билдәләргә – йә булғанын үҙгәртеп-ҡороу, йә яңыны төҙөү планын асыҡларға ҡушты.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки