• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    «Ростех» дәүләт корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек һорауҙарына бәйле ведомство-ара комиссия ултырышы үтте 07.02.20 14:55

    «Ростех» дәүләт корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек һорауҙарына бәйле ведомство-ара комиссия ултырышы үтте

    7 февралдә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Ростех» дәүләт корпорацияһы директоры Анатолий Сердюков Үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса ведомство-ара комиссияһының беренсе ултырышын үткәрҙе.

    – «Ростех» — республиканың стратегик партнеры, күп кенә етди мәсьәләләрҙе үҙ-ара килешеп хәл итергә мөмкин,– тип билдәләне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. – Предприятиеларҙың етештереү кимәле үҫтереүе бик ҡыуаныслы. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса, индекс 104, 2% тәшкил итте. Был Рәсәй буйынса дөйөм алғанда ике процентҡа юғарыраҡ. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе былтыр 5,4% өҫтәне, «Витязь» (Ишембай) — 10%, «Прогресс» предприятиеһы — ике процент. Предприятиеларҙың табышы, шулай уҡ ҡаҙнаға күсерелгән һалым күләме арта.

    Ләкин, республика Башлығы һүҙҙәренсә, ҡайһы бер предприятиелар, атап әйткәндә КумАПП буйынса хәл әлегә асыҡланмаған. Республика вертолет заводына һәр төрлө ярҙам күрһәтергә әҙер, әммә был тәңгәлдә берлектә эш итеү кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.
    Башҡортостан тағы ла «Прогресс» предприятиеһында IT-парк булдырыуға булышлыҡ итергә әҙер. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе һәм Гастелло исемендәге стадион менән бәйле бер нисә мөлкәт мәсьәләһе бар.
    «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация кластеры директоры Анатолий Сердюков ведомство-ара комиссия сиктәрендә бер-нисә эш төркөмө ойошторолоуы, улар даими рәүештә ағымдағы мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешлеге хаҡында һөйләне.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!