• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров төҙөлөш һорауҙарына арналған бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты 07.02.20 13:32

    Радий Хәбиров төҙөлөш һорауҙарына арналған бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

    7 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөлөш мәсьәләләре, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите», «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекттарын тормошҡа ашырыу һорауҙарына  арналған бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны видеоконференция форматында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе.

    Башҡортостанда 2019 йылда 2,37 млн кв.м торлаҡ сафҡа индерелә. Торлаҡ төҙөлөшө тупланмалары республика программаһы үҫешә, уның сиктәрендә 2014 йылдан алып 2000-гә яҡын ғаилә кредит алған.

    Былтыр республикала 185 йәмәғәт биләмәһе – парк, сквер, ял урындары төҙөкләндерелә. Быйыл планға ярашлы тағы ла 91 биләмәне тәртипкә килтереү күҙаллана.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!