• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров #ӨЙҘӘ Студенттар форумы ҡатнашыусыларын сәләмләне 05.02.20 17:21

    Радий Хәбиров #ӨЙҘӘ Студенттар форумы ҡатнашыусыларын сәләмләне

    5 февралдә «Торатау» конгресс-холында #ӨЙҘӘ Студенттар форумы үтте. Ул Башҡортостандан ситтә белем алыусы йәштәр өсөн ойошторолдо. Төп маҡсаты – белгес дипломы алғас, йәштәрҙе тыуған республикаларына ҡайтарға саҡырыу.

    Форум үткәреү идеяһын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итә. Әммә объектив сәбәптәр арҡаһында үҙе сарала ҡатнаша алмай. Шуға ла студенттар өсөн ул видеомөрәжәғәтнамә яҙҙыра.

    – Әлеге мәлдә мин Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Советы сиктәрендә губернаторҙар өсөн ойошторолған уҡыуҙамын. Шулай ҙа һеҙгә бер-нисә һүҙ менән мөрәжәғәт итергә теләйем. Бөгөнгө осрашыу – ул минең башланғыс. Һеҙҙең менән аралашырға теләк ҙур ине. Иң мөһиме, беҙ бик күп егет-ҡыҙҙарыбыҙҙың абруйлы вуздарҙа белем алыуы менән ғорурланабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ. Республика иҡтисадын, тотош республикабыҙҙы үҫтереү өсөн һеҙ беҙгә бик кәрәкһегеҙ. Мин үҙем дә 10 йыл ситтә эшләнем, әммә яңынан тыуған республикама әйләнеп ҡайттым. Беҙ өйҙә кәрәкбеҙ. Һеҙҙе көтәбеҙ.

    Форумға 1000-гә яҡын ҡатнашыусы килә. Студенттарҙың күбеһе Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Силәбе, Екатеринбург, Ырымбур, Һамар, Пермь, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан һәм сит илдәрҙән ҡайтты. Студенттар 12 тематик майҙансыҡта ҡатнашты, актуаль һорауҙар буйынса фекер алышты.

    Форум эшендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, республика Хөкүмәте, район-ҡала хакимиәте вәкилдәре, шулай уҡ республика вуздары һәм төрлө предприятие етәкселәре ҡатнашты. Осрашыуға ҡайтҡан студенттарҙың барыһы ла төбәктең башҡарма власть органдарында стажировка үтеү өсөн сертификаттарға эйә булды.

    Башҡортостан Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Александр Сидякин йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәткән һәм фәнни йүнәлештә уңыштарға ирешкән студенттарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!