• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров Дәүләт советы президиумы һәм Рәсәй Президенты эргәһендәге Фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында ҡатнашты 06.02.20 20:02

    Радий Хәбиров Дәүләт советы президиумы һәм Рәсәй Президенты эргәһендәге Фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында ҡатнашты

    6 февралдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт советы президиумының киңәйтелгән ултырышында, шулай уҡ Рәсәй Президенты эргәһендәге Фән һәм мәғариф буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Ил Президенты Владимир Путин рәйеслегендә үткән саралар иҡтисад һәм социаль тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү йүнәлешендә төбәктәр ролен күтәреү һорауҙарына арналды.

    Владимир Путин юғары мәктәп системаһы йүнәлешендәге иң көнүҙәк һорау мәғариф ресурстарының тәү сиратта Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында булыуы тине һәм тотош Рәсәй биләмәһен тиң үҫтереү йәһәтенән был етди саҡырыу тип билдәләне.

    – 2021 йылдан башлап даими рәүештә бюджет урындарын арттырасаҡбыҙ. Иғтибар беренсе нәүбәттә заманса белемле кадрҙарға ҡытлыҡ кисергән төбәктәргә бүленәсәк, – тине Президент. – Алдағы дүрт йылда ошо маҡсатҡа 70 млрд һум аҡса йүнәлтеләсәк. Был ғына аҙ. Шуға ла Хөкүмәткә төбәктәрҙәге юғары белем биреү йорттарын модернизациялау өсөн комплекслы сараларҙы ғәмәлгә ашырыу күрһәтмәһен бирәм.

    Ултырышта ҡатнашыусылар урта һөнәри һәм юғары белем белем биреү системаһының бөгөнгө талаптарға тап килеү-килмәүе тураһында фекер алышты, мәғариф, фән ойошмалары, бөтә кимәл власть органдары һәм эш биреүселәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса яңы саралар уйлап табыу һәм уларҙы ҡулланышҡа индереү һорауҙарын өйрәнде.

    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт советы президиумы ултырышы алдынан ике көнлөк семинар-кәңәшмә үтте. Уның сиктәрендә төбәк етәкселәре төркөмдәргә бүленеп эшләне. Семинарҙа тупланған тәҡдимдәр президиум ултырышында ҡаралды.


    29 30 31 1 2 3 4
    5 6 7 8 9 10 11
    12 13 14 15 16 17 18
    19 20 21 22 23 24 25
    26 27 28 29 30 1 2


    Ссылки

    Жалобы на всё
    Не убран мусор, яма на дороге, не горит фонарь? Столкнулись с проблемой — сообщите о ней!