• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Көйөргәҙе районына эш сәфәре

    Көйөргәҙе районына эш сәфәре

    Көйөргәҙе районына эш сәфәре

    22 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районында булды. Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы предприятиелары, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары эшмәкәрлеге, спорт объекттарын төҙөү барышы менән танышты, биләмәләрҙе үҫтереү мөмкинлеген барланы.

    ***
    Бөгөлсән ауылында Радий Хәбиров 1968 йылда төҙөлгән урта мәктәп менән танышты, унда бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт эшләнмәгән. Мәктәп директоры Айгөл Йосопова әйтеүенсә, ҡыйыҡты ремонтлау, иҙән, тәҙрәләрҙе алыштырыу, йылытыу һәм электр тәьминәте системаһын модернизациялау талап ителә – йәмғеһе 15 млн һум аҡса кәрәк. Республика Башлығы тейешле сумманы бүлергә һәм йәй көнө ремонт эштәрен башларға ҡушты.
    Ошонда уҡ Радий Хәбиров Ленин ауыл советына ҡараған күп балалы ғаиләләр менән осрашты. 28 ишле ғаиләлә 101 бала тәрбиәләнә. Уларҙы дәүләт ярҙамы, балалар баҡсаларына сертификат, мәғариф учреждениеларында туҡланыу, эшһеҙлек мәсьәләһе борсой. Радий Хәбиров ил Президенты Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы күп балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам ҡаралғанын билдәләп үтте. Мәктәптә балаларҙы бушлай ашатыуға килгәндә, заманса туҡланыу блогы булған, сифатҡа дәғүәләр теркәлмәгән мәғариф учреждениеларында 2020 йылдың 1 сентябренән башланғыс синыф уҡыусылары бушлай ашай башлаясаҡ. Тәү сиратта иғтибар ауыл мәктәптәренә бүленәсәк.
    ***
    Шабағыш ауылында Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәшит Ишморатов йортона һуғылды. Ошо арала ветеранға 93 йәш тулған. Төбәк етәксеһе уға телевизор бүләк итте.
    ***
    2001 йылдан алып Көйөргәҙе районында «Ватан» ауыл хужалығы кооперативы эшләп килә. Унда бөртөклө культуралар һәм көнбағыш орлоғо етештереү менән шөғөлләнәләр, шулай уҡ башҡорт һәм урыҫ тоҡомло аттар үрсетәләр. Кооператив етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов әйтеүенсә, хужалыҡ башҡорт халҡы йолаларын дауам итеп, йылҡы итенән деликатестар етештереү менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы кооперативы даими рәүештә техника паркын яңырта, улар шулай уҡ ҡалдыҡтар яндырыу комплексы һатып алған. Радий Хәбиров кооперативты артабан үҫтереү мөмкинлектәрен «Инвестиция сәғәтендә» ҡарарға тәҡдим итте.

    ***
    Ермолаевка ауылында Радий Хәбиров бассейн төҙөлөшө менән танышты. Төҙөлөш хаҡы 130 млн һум тип баһалана. Төбәк етәксеһе 20 апрелгә тиклем учреждениены сафҡа индерергә тигән күрһәтмә бирҙе, артабан бассейндан физкультура-һауыҡтырыу комплексына йылы үткәүел төҙөү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.

    ***
    2019 йылдың декабрендә район үҙәгендә төҙөкләндереү эштәренән һуң «Йәшлек» мәҙәниәт йорто сафҡа инә. Уны модернизациялауға республика бюджетынан 95 млн һум аҡса бүленә. 325 урынға иҫәпләнгән яңы кинозал барлыҡҡа килә, тренажер, спорт залдары яңыртыла. Әммә бөгөн мәҙәниәт йортоноң тирә-яғын төҙөкләндереү, күтәрмәне яңыртыу, пандустар ҡуйыу талап ителә.
    – Ремонт эшен тамамлар өсөн сығымдар табырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Өҫтәүенә йәй көнө беҙ Фольклориада ҡабул итергә йыйынабыҙ. Шуға ла бөтә биләмә тәртиптә булырға тейеш.
    Район мәҙәниәт йорто бинаһында Күп функциялы үҙәк тә урынлашҡан. Радий Хәбиров үҙәк белгестәре менән аралашты. Офиста сираттар юҡ. Былтыр Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы, МФЦ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы күтәрелә, был кадрҙар мәсьәләһен хәл итә.

    ***
    Район хакимиәтендә Башҡортостан Башлығы Лагеревтар ғаиләһе менән осрашты. Улар 2019 йылдың июлендә янғын һөҙөмтәһендә йорт-ҡаралтыһыҙ ҡала. Ярҙам һорап Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итәләр. Яңы торлаҡ һатып алыу өсөн аҡса «Изге эштәр» хәйриә фонды аша бүленә. Яңғыҙы ике бала тәрбиәләүсе Юлиә Лагерева төбәк етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.

    ***
    Эш сәфәре аҙағында Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән районды үҫтереү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты, дөйөм алғанда социаль-иҡтисади үҫеш динамикаһы менән танышты.


    27 28 29 30 31 1 2
    3 4 5 6 7 8 9
    10 11 12 13 14 15 16
    17 18 19 20 21 22 23
    24 25 26 27 28 29 30
    31 1 2 3 4 5 6


    Открытая республика
    Ссылки

    Платформа обратной связи - пилотный проект

    Данная форма предоставляет возможность направить электронное сообщение в рамках реализации пилотного проекта по внедрению «Единого окна цифровой обратной связи.

    *Не предназначена для приема обращений граждан в соответствии с Федеральным законом от 2 мая 2006  года № 59-ФЗ «О порядке рассмотрения обращений граждан Российской Федерации».