• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Хәйбулла районына эш сәфәре 30.12.19 14:07

    Хәйбулла районына эш сәфәре

    30 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды. Төбәк етәксеһе мәғариф, мәҙәниәт, социаль учреждениелар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ комплексы эше менән танышты.

    ***
    2021 йылда Бүребай ҡасабаһында яңы күп функциялы мәҙәниәт йортон төҙөү башлана. Республика Башлығы урындағы балалар сәнғәт мәктәбе һәм «Металлург» ауыл мәҙәниәт йорто эше менән танышҡандан һуң шундай күрһәтмә бирҙе. Ике бина ла XX быуат урталарында төҙөлә һәм бөгөн заман талаптарына яуап бирмәй, ижади коллективтарға, түңәрәктәргә йөрөргә теләүселәрҙең бөтәһен дә һыйҙырып бөтмәй. Бөгөн сәнғәт мәктәбенә 300 уҡыусы йөрөй. Ауыл мәҙәниәт йортонда 13 ижади ойошма эшләп килә, унда 500-гә яҡын кеше йөрөй. Радий Хәбиров Бүребай тау байыҡтырыу комбинаты менән берлектә яңы бина төҙөү мәсьәләһен өйрәнергә һәм 2021 йылда төҙөлөш эшен башларға ҡушты.
    Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов әйтеүенсә, «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль программаһы буйынса Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә башлаясаҡ. Шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса көрәш залын ремонтлау ҡаралған.

    ***
    Аҡъяр ауылында Башҡортостан Башлығы социаль приютта тәрбиәләнеүсе балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы, уларға Ҡыш бабай бүләктәрен таратты.

    ***
    Район үҙәгендә республика етәксеһе «Тепловик» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт эшмәкәрлеге менән танышты. Ул 2008 йылдан алып эшләп килә һәм район үҙәгендәге торлаҡ йорттарҙы, ойошмаларҙы йылылыҡ менән тәьмин итә. Йылылыҡ селтәрҙәре оҙонлоғо 6,4 саҡырым. 2011 йылда ҡаҙанлыҡта реконструкция үтә. Предприятие директоры Алексндр Карпов әйтеүенсә, «Тепловик» йәмғиәте ҡышҡы миҙгелдә эшләүгә тулыһынса әҙер.

    ***
    Подольск ауылында Радий Хәбиров урта мәктәпте ҡараны, артабан урындағы халыҡ менән осрашты. Көн тәртибенә сығарылған төп һорау – Подольск баҡыр-цинк ятҡылығын эшкәртә башлау менән бәйле, ауылды яңы урынға күсереү.

    – Артабан да һеҙҙе билдәһеҙлек шарттарында йәшәтеү дөрөҫ булмаҫ, – тине төбәк етәксеһе. – Иң башта яңы микрорайон төҙөй башларға кәрәк. Был төп бурыс. Социаль, мәҙәни тормош, юлдар, социаль объекттарға килгәндә – федераль һәм республика программаларына таянып эш итәсәкбеҙ. Күнегелгән урындан күсеп китеү ауыр икәнен аңлайым. Был процесты шәхсән үҙем контролдә тотасаҡмын. Яңы микрорайонды төҙөү ауылды комплекслы үҫтереү программаһы раҫланғас башлана. Ул 15 февралгә тиклем әҙерләнеп бөтөргә һәм һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителергә тейеш. Буласаҡ микрорайонда мотлаҡ физкультура һауыҡтырыу комплексы, ауыл клубы, ФАП, заманса социаль-көнкүреш инфраструктураһы булырға тейеш.

    Төбәк етәксеһе шулай уҡ 2020 йылдың 1 сентябренә урындағы мәктәп һәм клубты ремонтларға, ә 1 июнгә Подольск һәм Бүребай ауылдарын район үҙәгенә тиклем даими автобус бәйләнеше менән тәьмин итергә ҡушты. Осрашыу һуңында Полольск ауылында йәшәүселәр Радий Хәбировҡа урындағы оҫталар бәйләгән шарф бүләк итте.







    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки