• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Радий Хәбиров ғаилә байрамдары сараларын ҡараны 03.01.20 16:02

    Радий Хәбиров ғаилә байрамдары сараларын ҡараны

    3 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө буйлап эш сәфәре барышында Октябрь районында үткәрелгән ғаилә байрамдарында булды.
                                                                ***
    Спорт һарайы алдында төбәк етәксеһе боҙ ҡаласығын ҡараны. Бында 27 метр бейеклегендәге шыршы урынлаштырылған, ул Нуриман районынан килтерелгән. Шулай уҡ боҙ һындар, балалар өсөн аттракциондар ҡуйылған, һырғалаҡ һәм хоккей майҙаны асылған.
    Радий Хәбиров ҡала халҡы менән аралашты, уларҙы Яңы йыл менән ҡотланы, яҡшы ял теләне.

                                                               ***
    159-сы һанлы Мәғариф үҙәгендә Башҡортостан Башлығы «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2020» спорт байрамында булды. Республика фестиваленең ҡала этабы Өфөнөң 124 мәктәбендә үтә. Фестивалдә ҡатнашыу өсөн республика буйынса 1000-дән ашыу мәктәп ғариза биргән. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең Башҡортостан бүлексәһе ярҙамы менән үткәрелгән проекттың финал уйындары 18 ғинуарҙа «Динамо» стадионы базаһында ойоштороласаҡ.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки