• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Ашығыс медицина ярҙамы паркын 37 автомобиль тулыландырҙы 27.12.19 11:52

    Ашығыс медицина ярҙамы паркын 37 автомобиль тулыландырҙы

    27 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башҡала һәм республика райондарында эшләп килгән медицина учреждениелары етәкселәренә ашығыс ярҙам автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы. Парк 37 автомобилгә яңырҙы.

    –    Республика Башлығы ярҙамы менән һуңғы йыл ярым ваҡыт эсендә беҙ 200-ҙән ашыу тиҙ ярҙам автомобиле алдыҡ, – тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. – Дөйөм алғанда автомобилдәргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ тип әйтә алмайбыҙ, әммә техника паркы ярайһы иҫкергән, яңыртыуҙы талап итә.

    Яңы автомобилдәр Салауат, Октябрьский, Күмертау, Нефтекама ҡалалары, Баймаҡ, Бөрйән, Аҡъяр, Йылайыр, Бишбүләк, Бөрө, Мишкә, Үрге Йәркәй, Иглин, Ҡалтасы, Мәсәғүт, Миәкә, Йәрмәкәй, Архангел, Фёдоровка, Талбазы һәм Языково район дауаханалырана оҙатылды. Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Туймазы дауаханалары икешәр машина алды, Өфөлә 5 техника ҡалды. Заманса реаномобилдәр Республика балалар клиник дауаханаһы, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы һәм Республика перинаталь үҙәгенә тапшырылды.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки