• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Башҡортостан ауыл клубтары һаны буйынса илдә беренсе урынды биләй 23.12.19 13:48

    Башҡортостан ауыл клубтары һаны буйынса илдә беренсе урынды биләй

    Башҡортостанда 3 465 ауыл клубы эшләй. Был Рәсәй буйынса иң юғары күрһәткес. Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләне.

    2019 йылда ауыл мәҙәниәт йорттары инфраструктураһын яҡшыртыуға 600 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән: дүрт мәҙәниәт йорто төҙөлә, тағы ла дүртәүһендә тулыһынса реконструкция үткәрелә, 12 күп функциялы ауыл клубы, 10 кинозал тапшырыла. Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә республиканың 54 районына сәхнә комплекстары тапшырыла.

    – Әгәр ҙә ауыл уҡытыусыһы, тренеры, мәҙәниәт хеҙмәткәре булһа, ауыл йәшәйәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Улар өсөн ярҙам саралары булдырыу бик мөһим.

    Төбәк етәксеһе министрға ауылға мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү юлдарын өйрәнергә ҡушты.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки