• Хөкүмәт
  • Хөкүмәт Аппараты
  • Ултырыштар
  • Документтар
  • Матбуғат хеҙмәте
  • Яңылыҡтар

      RSS
    Иглин районына эш сәфәре 17.12.19 9:02

    Иглин районына эш сәфәре

    17 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Иглин районында булды. Төбәк етәксеһе ауыл хужалығы предприятиелары, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эше, социаль объекттар төҙөлөшө менән танышты.
                                                                                ***
    Охлебинин ауылында Радий Хәбиров 1939 йылда төҙөлгән мәктәп менән танышты. Был белем усағында 100-гә яҡын бала белем ала. Улар иҫәбендә урындағы балалар приютында тәрбиәләнеүселәр ҙә бар. Бер бүлмәлә балалар баҡсаһы урынлашҡан. Мәктәпкәсә төркөмгә 19 малай һәм ҡыҙ йөрөй. Ауылда халыҡ һаны йылдан-йыл арта. Шуға яңы мәктәпкә ихтыяж ҙур. Радий Хәбиров мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
                                                                               ***
    Ауыл амбулаторияһын да яңыртыу талап ителә. Бөгөн ул ҡулайлаштырылған бинала урынлашҡан.
    – Бындай ҙур ауылда яңы амбулатория булырға тейеш. Был һорауҙы ла өйрәнәйек. Яңы бинаны мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
                                                                              ***
    Иван-Казанка ауылында Башҡортостан Башлығы умартасылыҡ менән бәйле проект менән танышты. «Баллы ауыл» 10 ҡунаҡ йортон, һунарсы, умартасы, ҡымыҙ бешеүсе, балыҡсы өйҙәрен, оҫтаханаларҙы үҙ эсенә ала. Ошонда уҡ 300 башҡа иҫәпләнгән солоҡ умарталарын урынлаштырыу, ат һәм ҡымыҙ фермаһы, “Ылаҡ” уйыны өсөн майҙан төҙөү күҙаллана. Шулай уҡ республика бал музейын асыу планлаштырыла. Фермер Фәнис Хәлилов һүҙҙәренсә, «Баллы ауыл» ысын мәғәнәһендә райондың туризм үҙәге булырға дәғүә итә. 2021 йылда үтәсәк «Апимондия» халыҡ-ара конгрессы делегаттарын ҡабул итә ала. Радий Хәбиров проектты юғары баһаланы, ошондай башланғыстарҙы хупларға кәрәклеген һыҙыҡ аҫтына алды.
                                                                            ***
    Район үҙәгендә төбәк етәксеһе 640 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы мәктәп төҙөлөшө менән танышты. Ошо уҡ бинала 160 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы ла урынлашасаҡ. Объект хаҡы – 311 млн һум. Әлеге мәлгә төҙөлөш эштәре тамамланған, мәғариф учреждениеһының тирә-яғын тәртипкә килтереү эше алып барыла. Иглин ҡасабаһының 5-се һанлы мәктәбе уҡыусылары ғинуар айынан яңы бинала белем ала башлаясаҡ. Ҡасаба йылдан-йыл ҙурая. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, иң кәмендә тағы ла ошондай ике мәктәп төҙөү шарт.

                                                                          ***
    Иглин үҙәк район дауаханаһында Башҡортостан Башлығы кадрҙар мәсьәләһе, матди-техник базаны нығытыу һорауҙарын күтәрҙе. Баш табип Жанна Карунас әйтеүенсә, дауаханала балалар табибына ҡытлыҡ бар, койка фонды етмәй һәм капиталь төҙөкләндереү эштәрен тамамлау өсөн сығымдар талап ителә. Радий Хәбиров был мәсьәлә айырым ҡараласаҡ тип белдерҙе.
                                                                           ***
    Район үҫешенә бәйле һорауҙар буйынса төбәк етәксеһе Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы Николай Самойленко менән айырым фекер алышты. Юлдарҙы ремонтлау, көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу мәсьәләләре барланды. Районда яңы таҙартыу ҡорамалы талап ителеүе, тотороҡло рәүештә электр энергияһы менән тәьмин итеү шулай уҡ көн ҡаҙағындағы һорау икәне билдәләнде.


    30 31 1 2 3 4 5
    6 7 8 9 10 11 12
    13 14 15 16 17 18 19
    20 21 22 23 24 25 26
    27 28 29 30 1 2 3


    Открытая республика
    Ссылки